Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе тармаҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе тармаҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды https://bash.news/news/87055_bashortostandy_agrosnt_kompleksynda_socialxemt_mnsbttren_kjlse_tarma_kilesheen_ul_ujyldy
26 дек 2018, 23:32

Төп маҡсат — ауыл эшсәндәренең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау. Ер кешеһенә иғтибар артырға тейеш. Килешеү буйынса хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, техниканы яңыртыу, малсылыҡ биналарын төҙөү, эшмәкәрлектә яңы технологиялар ҡуллана башлау планлаштырылған.

Ҡәҙриә Ғәйнетдинова, Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе: “Иғтибар үҙәгендә хеҙмәт кешеһе. Ауылдағы булған кадрҙар проблемаһын үҙгәртеү. Йәштәргә яңы эш урындарын булдырыу. Эш хаҡын арттырыу мәсьәләләре бөгөнгө килешеүҙә ҡаралды”.

Башҡортостанда ветеринария хеҙмәтендә генә 2 мең 800 кеше эшләй. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса уртаса эш хаҡы - 19 мең һум булһа, декабрь аҙағына 21 мең һумға тиклем етәсәк. Хеҙмәт хаҡы буйынса күрһәткестәр йыл һайын 10-15 процентҡа артып барыр тип күҙаллана.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе тармаҡ килешеүенә ҡул ҡуйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA