Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн мәҙәни ял үҙәген асыу тантанаһы үтте

Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн мәҙәни ял үҙәген асыу тантанаһы үтте https://bash.news/news/87056_yrmyaly_rajonynda_bgn_mni_yal_gen_asyu_tantanay_tte
26 дек 2018, 23:35

Ул 80-се йылдар аҙағында тарҡалған элекке "Юбилейный" кинотеатры бинаһында урын алды. Объект йыр-бейеүҙе үҙ итеүселәрҙе генә түгел, кино һөйөүселәрҙе лә берләштерәсәк. Һуңғы тапҡыр бергәләп фильм ҡарау йолаһы ла 18 йыл элек ойошторолған.

Салауат Әйүпов тауыш аккустикаһын тикшерә. Әлбиттә, ул элеккеһенән күпкә айырыла. Бығаса башҡарылған йырҙар ҡайҙалыр ситкә китеп юғалһа, хәҙер тура тамашасыға етеүе менән үҙенсәлекле. Яңыртылған мәҙәни усаҡта шулай уҡ сифатлы тауыш яҙҙырыу, аранжировка эшләү мөмкинлеге лә бар.

Салауат Әйүпов, Ҡырмыҫҡалы районы мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре: “Яңы бина – кинозал. Уникаль урын. Акустика шәп. Ҡырмыҫҡалы өсөн был ҙур ваҡиға”.

Һөйөнөслө ваҡиғаны артистар ғына түгел, ә тотош төбәк халҡы ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Хәҙер ҡырмыҫҡалыларға мәҙәни ял артынан баш ҡалаға йөрөргә тура килмәйәсәк. Ә танылған йырсылар, театр коллективтарының үҙҙәренең килеүе көтөлә. Хатта, урында кино ҡарау мөмкинлеге лә булдырылды. Экранға беренселәрҙән Айнур Асҡаровтың "Өфөнән һөйөү менән" исемле картинаһы күрһәтелде. Әйткәндәй, һуңғы тапҡыр Ҡырмыҫҡалыла кино 18 йыл элек күрһәтелгән.

Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры: “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына 2017-2018 йылдарҙа 188 миллион һум аҡса бүоенде. Был проект эсендә 42 мәҙәниәт усағында тейешле шарттар булдырылды. Бәләкәй ҡала театрҙарында 27 яңы спектакль ҡуйылды”.

Яңыртылған мәҙәниәт усағы, ғөмүмән йыр-бейеү менән генә сикләнмәй. Бина роботехника, мультимедиа студияһы, компьютер залы кеүек айырым кабинеттар менән йыһазландырылған. Барыһы ла федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ошо уҡ көндә төбәктең Ҡабаҡ ауылында өр-яңы мәҙәниәт усағы файҙаланыуға тапшырылды. Учреждение урындағы халыҡ өсөн мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәге булмаҡсы. Ул республиканың 100 йыллығы уңайынан, урындағы халыҡ башланғысында сафҡа инде.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн мәҙәни ял үҙәген асыу тантанаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA