Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн башҡортса шыршы байрамы ойошторолдо

Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн башҡортса шыршы байрамы ойошторолдо https://bash.news/news/87059_silbel_jshse_millttshtrebe_sn_bashortsa_shyrshy_bajramy_ojoshtoroldo
26 дек 2018, 23:41

Республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге ярҙамында уҙған сараға Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Красноармейск райондарынан күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе малай-ҡыҙҙар саҡырылды.

Балалар ҡаланың Ғаилә күңел асыу паркында боулингта көс һынашты, һуңынан Ҡыш бабай менән шыршы тирәләй әйләнде, йыр-бейеүҙәр башҡарҙы, уларға татлы бүләктәр тапшырылды.

Ҡыш бабай ролендәге Хабрахман Мансуров байрамға ул уҡытҡан Ҡоншаҡ районы Маяҡ мәктәбе уҡыусыларын да алып килгәйне. Бөйөк Устюгта илдең төп Ҡыш бабайында уҡып ҡайтҡан милләттәшебеҙ 35 йыл инде Яңы йылдың төп геройы булып ҡала. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай хәйриә саралары өлкәлә киләсәктә лә ойоштороласаҡ.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн башҡортса шыршы байрамы ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа