Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы

Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы https://bash.news/news/87060_mine_yaratan_bashortostan_rssamy
26 дек 2018, 23:45

Билдәле рок-йырсыһы яҡташыбыҙ Юрий Шевчук республика рәссамдарын "Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы" исемле китабының нәшер ителеүе менән ҡотланы. ДДТ төркөмө лидеры яңы китапты йыйынтыҡ авторы Наил Мәхмүтовтан почта аша алған.

Өфөлә күптән түгел исем туйы үткән баҫма былтыр йәй "Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы" исеме аҫтында старт алған социаль интернет-проектҡа нигеҙләнеп нәшер ителгән. Башҡорт рәссамдары ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектҡа 2018 йыл башында йомғаҡ яһалғайны. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса унда 21 ҡыл ҡәләм оҫтаһының ижады төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Юрий Шевчук, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Книга замечательная. Там есть все – башкирское небо, горы, люди. Да здравствует искусство, да здравствует башкирское искусство! Спасибо за все, что вы делаете”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Минең яратҡан Башҡортостан рәссамы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд