Республикала суд приставтары һауаны бысратыусы завод эшмәкәрлеген туҡтата

Республикала суд приставтары һауаны бысратыусы завод эшмәкәрлеген туҡтата https://bash.news/news/87064_respublikala_sud_pristavtary_auany_bysratyusy_zavod_eshmkrlegen_tutata
27 дек 2018, 09:55

Сибайҙа завод эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ул, һауаны бысратып, талаптарҙы боҙа.

Республикала суд приставтары һауаны бысратыусы завод эшмәкәрлеген туҡтата
Республикала суд приставтары һауаны бысратыусы завод эшмәкәрлеген туҡтата

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте хәбәр итеүенсә, предприятие һауаға тонна зарарлы матдәләр ташлай. Ағымдағы йылдың ноябрь айынан урында йәшәүселр насар һауа шарттарына зарлана. Ошо сәбәпле, атмосфераны тикшерәләр. Асыҡланыуынса, һауала углерод оксиды дүрт тапҡырға арта.

Суд заводты административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип таный. Завод туҡһан тәүлеккә үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Ошо ваҡыт эсендә суд приставтары суд ҡарарын башҡарыуын контролдә тотасаҡ.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд