Республикала социаль акция үтәсәк

Республикала социаль акция үтәсәк https://bash.news/news/87071_respublikala_social_akciya_tsk
27 дек 2018, 11:17

Республикала акция уҙғарыу ойошторола. Һәр теләгән кеше социаль акцияла ҡатнаша ала. Сара мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында үтә.

Республикала социаль акция үтәсәк
Республикала социаль акция үтәсәк

Төбәктә акция 2015 йылдан алып уҙғарыла. Ошо ваҡыт арауығында меңдән ашыу бала ҡатнашлығында иллегә яҡын саф һауала йөрөү ойошторола. Хәҙер акция Өфөлә генә түгел, республиканың ете ҡала-райондарында ла үтә. Ата-әсәләрҙән һорауҙар күп булыу сәбәпле, кураторлыҡҡа конкурс иғлан ителде. Сарала һәр теләгән кеше, коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша ала. Улар үҙ ҡала-райондарында акцияны ойошторорға тейеш.

Сарала ҡатнашыу өсөн 31 декабргә тиклем ун һорауға яуап биреп, анкета тултырырға кәрәк. Һөҙөмтәләр 31 ғинуарҙа билдәле буласаҡ. Уҡытыу Өфөлә февраль-март айҙарында үтә. Ойоштороусолар уҡыусыларҙы йәшәү урыны һәм туҡланыу менән тәьмин итәсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа