Өфөлә инвалидты тейешле медикаментар менән тәьмин итмәгәндәр

Өфөлә инвалидты тейешле медикаментар менән тәьмин итмәгәндәр https://bash.news/news/87085_fl_invalidty_tejeshle_medikamentar_menn_tmin_itmgndr
27 дек 2018, 14:36

Прокуратура мөмкинлеге сикләнгән граждандың хоҡуғын тергеҙә. Ул оҙайлы ваҡыт дауамында бушлай тейешле медикаменттар ала алмай. 46 йәшлек ҡатындың мөрәжәғәте буйынса тикшереү ойошторола.

Өфөлә инвалидты тейешле медикаментар менән тәьмин итмәгәндәр
Өфөлә инвалидты тейешле медикаментар менән тәьмин итмәгәндәр

Прокуратура хәбәр итеүенсә, 46 йәшлек ҡатын бронхиаль астма сире менән яфалана. Шуға күрә, уға даими рәүештә препараттар ҡулланырға кәрәк була. Сирле ай һайын бушлай дарыуҙар алырға хоҡуҡлы. Тик дарыуханала тейешле дарыуҙар булмау сәбәпле, ҡатын препараттар менән тәьмин ителмәй.

Прокуратура учреждениеның баш табибына шелтә яһай. Һөҙөмтәлә, етешһеҙлек бөтөрөлә. Ҡатын тейешле дарыуҙар менән тәьмин ителә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна