Башҡортостанда ике урында спорт көрәше комплекстары төҙөү күҙаллана

Башҡортостанда ике урында спорт көрәше комплекстары төҙөү күҙаллана https://bash.news/news/87108_bashortostanda_ike_urynda_sport_krshe_komplekstary_t_kallana
27 дек 2018, 22:14

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы Президенты Михаил Мамиашвили менән осрашты. Әңгәмә барышында яҡтар республикала спорт көрәшен үҫтереү юлдары хаҡында фекер алышты.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда спорттың был төрөн үҫтереү мөһим мәсьәлә. Республиканан тиҫтәнән ашыу спортсы үҙ йәше буйынса илдең милли йыйылма командаһы составында уйнай, араларында олимпиадала ҡатнашырлыҡтары ла бар. Ошоно иҫәпкә алып, тиҙҙән республикала ике урында спорт көрәше комплекстары төҙөү күҙаллана.

Рәсми осрашыуҙа шулай уҡ тренерҙар өсөн методик йыйындар ойоштороу, юғары кимәлгә сыҡҡан көрәшселәр өсөн интернат булдырыу мәсьәләләре лә күтәрелде.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Для нас это оченб важно. Я с ним давно знаком. Это человек – легенда. Важно их мнение. В Октябрьском районе начинаем проектировать большой спорт. комплекс и в Инорсе. Для проведения соревнований на самом высоком уровне”.

Михаил Мамиашвили, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты: “Для того, чтобы получить социальный лифт для молодежи, важен спорт. Радий Фаритович об этом хорошо знает. Очень рад что одним из приоритетных задач ставится качество жизни человека”.

Башҡортостанда ике урында спорт көрәше комплекстары төҙөү күҙаллана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд