27 декабрь — ҡотҡарыусылар көнө

27 декабрь — ҡотҡарыусылар көнө https://bash.news/news/87109_27_dekabr_otaryusylar_kn
27 дек 2018, 22:15

Был һөнәр – яҡшы белем, тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндә иң хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәш алып барып алғы һыҙыҡта тора.

Ҡотҡарыу үҙәге өсөн һәр шылтыратыу мөһим, сөнки һүҙ кеше ғүмерҙәре тураһында бара. Хеҙмәткәрҙәр көндөҙ ҙә, төндә лә бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә әҙер.

Рәйлә Нәғимова, мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре: “Сменала 9 кеше эшләйбеҙ. Көнөнә өс меңгә яҡын шылтыратыу ҡабул итәбеҙ. Байрам ваҡытында шылтыратыуҙар өс тапҡырға күбәйә”.

Мәғлүмәт бүлегенән шылтыратыуҙар шунда уҡ ҡотҡарыусыларға тапшырыла. Уларҙың һәр береһе көслө һәм яуаплы сифаттарға эйә булған белгестәр - кешеләрҙе утта, һыуҙа, юл ҡазаһында һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән сығарыуҙа - иң беренселәрҙән булып ярҙамға ашыға.

Александр Григорьев, ҡотҡарыу-эҙләү отряды идаралығы етәксеһе: “Әлеге көндә беҙҙең төркөмдә 62 ҡотҡарыусы эшләй. Һәр сменаға 14 кеше сыға. Уларҙың һәр береһе универсаль хеҙмәткәр - судно водителе, күктә осоусы, зәңгәр яғыулыҡ менән эш итеүсе, водолаз, альпинист һәм башҡалар”.

Ҡотҡарыусыларҙы ярҙамға саҡыртылмаған көндәр һирәк. Был ваҡытта белемде камиллаштырыу буйынса уҡыуҙар, физик күнекмәләр үткәрелә. Ҡотҡарыусы Дмитрий Мельников бәләкәйҙән ошо һөнәр буйынса эшләргә хыялланған. Был өлкәлә хеҙмәт итеү еңелдән булмаһа ла дөрөҫ юл һайлағанмын, ти ул.

Дмитрий Мельников, ҡотҡарыусы: “Ҡотҡарыусы булғанға үкенмәйем, татыу коллективта эшләйем. Һәм кешеләргә ярҙамға килеү - ул үҙе бер ҡыуаныс һәм яуаплылыҡ”.

Күптән түгел Өфө ҡотҡарыу төркөмө 20 йыллыҡ юбилейын үткәргән. Ошо ваҡыт эсендә ярайһы ғорурланыҡ һөҙөмтәләр барланған - 15 меңләп кешенең ғүмере һаҡланған.

Автор: Флорида Ким.

27 декабрь — ҡотҡарыусылар көнө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна