Республиканың контроль-иҫәп палатаһы бюджет системаһына 400 миллион һум аҡса ҡайтарған

Республиканың контроль-иҫәп палатаһы бюджет системаһына 400 миллион һум аҡса ҡайтарған https://bash.news/news/87110_respublikany_kontrolip_palatay_byudzhet_sistemayna_400_million_um_asa_ajtaran/?lang=bash
27 дек 2018, 22:16

Был турала бөгөн ведомствоның уҙып барған йылдағы эшмәкәрлегенә арналған киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерелде. Палата хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған тикшереүҙәр барышында барлығы 876 миллион һумлыҡ закон боҙоу осрағы асыҡланған.

Административ хоҡуҡ боҙоусыларға 21 миллион һумлыҡ 500-гә яҡын протокол яҙылған. Штрафтарҙың 75 проценты "Башҡортостандың экология һәм тәбиғәт ресурстары" дәүләт программаһы үтәлешен тикшергән ваҡытта төҙөлгән.

340 шәхес дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, шул иҫәптән 26 кеше биләгән вазифаларынан буштылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән материалдар буйынса 38 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Республиканың контроль-иҫәп палатаһы бюджет системаһына 400 миллион һум аҡса ҡайтарған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет