Тел мәсьәләһе ҡаралды

Тел мәсьәләһе ҡаралды https://bash.news/news/87111_tel_msle_araldy/?lang=bash
27 дек 2018, 22:16

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Республика Хөкүмәте тарафынан раҫланған Башҡортостандың дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү дәүләт программаһын камиллаштырыу йәһәтенән тәҡдимдәр ҡаралды.

Түңәрәк өҫтәлдә башҡарма власть, йәмәғәтселек вәкилдәре, телселәр ҡатнашты. Фекер алышыу барышында республика халыҡтары телдәрен үҫтереү йәһәтенән күберәк урындағы тәжрибәгә таяныу кәрәклеге билдәләнде. Ҡоролтай вәкилдәре шулай уҡ Рәсәй халыҡтары демократик конгрессының эшмәкәрлеген маҡсатҡа яраҡһыҙ тип тапты.

Рөстәм Баянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе: “Ҡултамғалар йыйып, уларҙы Мәскәүгә ебәреүҙән башҡа ҙур эш башҡарылманы. Был ойошманың эше сәйәстереләштерелгән булды. Үҙебеҙҙең хәлдәрҙе Мәскәү хәл итмәй, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡарарға тейешбеҙ, тигән ҡарарға килдек”.

Рәсәй халыҡтары демократик конгрессының эшмәкәрлеге Башҡортостан халыҡтары телдәрен камиллаштырыуға һәләте булмауы , ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта ғәмәлдәге ҡануниәтенә тура килмәүе сәбәпле йәмәғәт ойошмаһының республикалағы берҙән-бер ағзаһы ойошма сафынан сығыуы тураһында белдерҙе.

Тимур Мөхтәров, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты белгесе: “Демократик хадыҡтар конгрессында беҙ хәҙер ағза түгел. Ниндәйҙер эштәрҙе улар хәл итә алмай”.

Тел мәсьәләһе ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста