Һөнәрле кеше — ҡораллы

Һөнәрле кеше — ҡораллы https://bash.news/news/87113_nrle_keshe_orally
27 дек 2018, 22:17

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн бөгөн дәрестәр ғәҙәти булманы. Баш ҡаланың юғары һәм урта махсус уҡыу йорто студенттары сығыш яһаны. Һәр теләгән уҡыусы үҙен табип, нефтсе, йә ауыл хужалығы эшсеһе ролендә һынап ҡараны. Сара киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлау нескәлектәренә төшөнөүгә ҡайтып ҡалды.

Азат Солтанморатов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы: “Бәләкәй саҡтан уғ һөнәрҙе, ВУЗды һайлап ҡуйырға кәрәкмәй. Бала саҡтан һайлағанда уға иртәрәк әҙерләнә башлайһың”.

Белгестәр ата-әсәләргә балаларына һөнәри йүнәлеш буйынса һөйләшеүҙе йыш уҙғарып торорға кәңәш итә. Мәктәпте тамамлағас та уҡыусының ҡайҙа барырға тип баҙап ҡалмау яғынан отошло. Шулай уҡ баланың бер-нисә һөнәр үҙләштереүе лә үҙе өсөн файҙалы булыуын билдәләй. Республика юғары уҡыу йорттарында хәҙер күп төрлө программалар эшләй. Улар менән университет сайттарында танышырға мөмкин.

Ләйсән Фазлетдинова, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт гимназия-интернаты директоры: “Сараның төп йүнәлеше – балаларға киләсәктәге һөнәрҙе һайлау. Беҙ, өлкәндәр, балаларға атлаясаҡ юлдарын һайлашырға тейешбеҙ”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Һөнәрле кеше — ҡораллы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна