Профсоюз шыршыһы балаларҙы йыя

Профсоюз шыршыһы балаларҙы йыя https://bash.news/news/87114_profsoyuz_shyrshyy_balalary_jyya
27 дек 2018, 22:23

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс холлында республиканың профсоюздар ойошмаһы уҙғарған яңы йыл кисәһе үтте. Кескәйҙәр әкиәт геройҙары менән бергә шыршы тирәләй әйләнде, Яңы йыл баттлы тип аталған тамаша ҡараны.

Рәсми кәңәшмәләр, абруйлы форумдар ойошторолған "Торатау" Конгресс холы бөгөн әкиәт донъяһын хәтерләтә. Зал уртаһын ем-ем балҡыған шыршы биҙәй, ә уның тирәләй балалар әйләнә. Кскәйҙәр өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары төрлө уйындар уҙғара, йырлата, бейетә.

Байрамға республиканың төрлө райондарын йөҙҙән ашыу бала саҡырылған, улар уҡыу, йәмәғәт эштәре алдынғылары, ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр. Марат Латипов тамашаға 13 йәшлек ҡыҙы менән килгән. Миланаға фалиж диагнозы ҡуйылған. Атаһы әйтеүенсә, ҡыҙҙың психик торошо өсөн ошондай саралар мөһим әһәмиәткә эйә, бала ҡыуанып ҡарай, йөҙөнән йылмайыу китмәй, ти ул.

Марат Латипов, Милананың атаһы: “Һәр саҡ өйҙә ултырып булмай инде. Төрлө саралаға йыш йөрөйбөҙ”.

Яңы йыл тамашаһы ла йыр-моңға, тылсымға бай. Эт менән ҡабан киләһе йылдың символы кем булырға тейеш тип бәхәскә инә, уларға был һорауға яуап табыуҙа Ҡыш бабай ҙа, төрлө илдәрҙән килгән әкиәт геройҙары ла ярҙам итә. Һәр әкиәттәгесә бында ла изгелек яуызлыҡты еңә, дуҫлыҡ тантана итә. Тамашала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша, сағыу костюмдар, 3 Д эффекты байрамға йәм өҫтәй.

Гөлнара Ғәлиева, Раевка Башҡорт лицейы уҡытыусыһы: “Республика профсоюзы ойошторған байрамға йыл һайын килергә тырышабыҙ. Быйыл илле бала алып килдек, уҡыу алдынғылары. Балалар мөғжизәгә ышаналар”.

Профсоюз шыршылары тотош республика буйынса үтә, ҡала-райондарҙа һәммәһе 400-гә яҡын тамаша ойошторола, уларҙа 100 меңдән ашыу бала ҡатнаша. Профсоюздар әйтеүенсә, һәр бала яңы йылдан мөғжизә, тылсым көтә, ә өлкәндәрҙең бурысы кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Профсоюз шыршыһы балаларҙы йыя

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд