Ейәнсура районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре Яңы йылға ҙур бүләк әҙерләне

Ейәнсура районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре Яңы йылға ҙур бүләк әҙерләне https://bash.news/news/87119_ejnsura_rajonynday_balalar_m_merr_sn_social_priyut_trbilneselre_yay_jyla_ur_blk_erlne
27 дек 2018, 22:41

Улар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, шулай уҡ башҡа ҡунаҡтарҙы рус халыҡ әкиәте менән ҡыуандырырға ниәтләй. Иҫәнғол ауылындағы социаль приют тәрбиәләнеүселәре Яңы йылды һәр ваҡыт етди әҙерлек менән ҡаршылай.

Быйыл да балалар яратҡан әкиәттәренең береһен сәхнәләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Төлкө ролен башҡарыусы Айгүзәл Аҙнабаева әйтеүенсә, "Тирмәкәй" әкиәте бер-берең менән дуҫ йәшәргә, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәтә. Был спектаклдән һуң балалар тағы ла берҙәмерәк һәм татыуыраҡ йәшәй башлаған.

Айгүзәл Аҙнабаева, социаль приют тәрбиәләнеүсеһе: “Спектакль дуҫлыҡҡа өйрәтә. Миңә барыһы ла оҡшай. Тәрбиәселәр иғтибарлы”.

"Тирмәкәй" әкиәтендә ҡатнашыусы балаларҙың барыһы ла үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Бәләкәй генә өйҙә айыу йәшәй башлағандан һуң ул емерелеп төшә. Йәнлектәр саҡ-саҡ сығып өлгөрә. Ярай әле үҙҙәре иҫән ҡалалар. Аҙаҡ бөтәһе бергә бүрәнә ташырға, таҡта ярырға, яңы тирмә төҙөргә тотоналар.

Быйылғы шыршы байрамына балалар тағы ла "Ҡарһылыу мажаралары" тигән әкиәтте әҙерләй. Әйткәндәй, яҡын көндәрҙә приютҡа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тыш, урындағы предприятиелар етәкселәре лә ҡунаҡҡа килергә теләк белдергән. Изге йолаға әүерелгән бындай осрашыуҙар кескәйҙәрҙе сәхнәлә үҙеңде тоторға, уларҙың телмәрен үҫтерергә лә ярҙам итә.

Зөһрә Юлтимерова, социаль приют хеҙмәткәре: “Театр – балаларыбыҙ өсөн байрам. Уларҙы эмоциональ яҡтан байыта. Улар тулыһынса үтәлергә тейеш”.

Күптән түгел үҙ ҡулдары менән республика етәксеһенең һүрәтен төшөргән Айгүзәл Аҙнабаева Яңы йылға тағы ла бер бүләк әҙерләй. Был юлы ул Ейәнсура районы хакимиәте башлығының портретын төшөрә. Әлегә ҡыҙҙы район етәксе оҡшатып ҡабул итерме тигән һорау борсой. Нисек кенә булһа ла ихлас күңелдән бирелгән бүләк йәнгә рәхәтлек бирә, ти приют тәрбиәләнеүсеһе.

Автор: Илдар Байбулатов.

Ейәнсура районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре Яңы йылға ҙур бүләк әҙерләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна