27 декабрь – ҡотҡарыусылар көнө

27 декабрь – ҡотҡарыусылар көнө https://bash.news/news/87122_27_dekabr_otaryusylar_kn/?lang=bash
27 дек 2018, 22:56

Радий Хәбиров ҡотҡарыу хеҙмәте сафындағыларҙы һәм тармаҡ ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлау тексы менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ.

"Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән бөтә йөрәктән ҡотлайым! Ҡотҡарыусы – көслө рухлы кешеләргә лайыҡ һөнәр. Был профессияға осраҡлы кешеләр килмәй. Ул айырым ныҡлыҡ һәм үҙ-үҙеңде аямаусанлыҡ, шәхсән батырлыҡ, иптәштәреңдең ышаныслы булыуында инаныу, һәр аҙымдың төптән уйланылыуын, даими һөнәр камиллаштырыуҙы талап итә. Республика ҡотҡарыусылары юғары профессионализм күрһәтеп, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу буйынса мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итә. Ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр ауыр хәлдәрҙә уларға мотлаҡ ярҙам килеүенә ышана. Һеҙ күп тапҡырҙар бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйырға әҙер булығыҙҙы иҫбатланығыҙ. Киләсәктә лә үҙегеҙҙең ҡыйыулыҡ һәм ныҡлы рух талап иткән эшегеҙҙе намыҫ менән башҡарыуығыҙға ышаныс белдерәм. Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңышлы хеҙмәт, ғаиләләрегеҙгә тыныслыҡ һәм именлек теләйем!" тиелә Радий Хәбировтың Ҡотҡарыусылар көнө уңайынан ҡотлау хатында.

27 декабрь – ҡотҡарыусылар көнө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста