Һаҡ аҫтында ҡалалар

Һаҡ аҫтында ҡалалар https://bash.news/news/87124_a_atynda_alalar
27 дек 2018, 23:00

23 йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәргә бәйле яңы мәғлүмәт. Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәренең өсөнсөһөнөң иркенән мәхрүм итеү ваҡыты оҙайтылды. Суд ҡарары буйынса Эске эштәр министрлығы Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенең элекке етәксеһе Салауат Ғәлиев тағы ла ике айға һаҡ аҫтында ҡала.

Ғәйепләнеүсенең адвокаты Ғәлиев өсөн йорт арестын һорап ҡараны, әммә ул хуплау тапманы. Шулай уҡ, яуапҡа тарттырылыусы үҙе йәшәгән камераның һыуыҡ булыуына дәғүә белдерҙе.

Автор: Флорида Ким.

Һаҡ аҫтында ҡалалар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество