Ике тапҡыр алтын скальпель эйәһе

Ике тапҡыр алтын скальпель эйәһе https://bash.news/news/87128_ike_tapyr_altyn_skalpel_eje
27 дек 2018, 23:21

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле хирургы Өфөлә йәшәй. Мәхмүт Тимербулатов табип династияһын дауам итеүсе. Ғалим Рәсәй хирургтары һәм эндоскопик хирургтар йәмғиәте ағзаһы, дүрт тапҡыр Рәсәй Президенты грантына эйә булған, Франция хирургтары ассоциацияһы һәм Луи Пастер исемендәге Страсбург университеты дипломдары менән бүләкләнгән.

Быйылғы йыл хирург өсөн айырыуса емешле булды. Башҡортостан хирургтары араһында уңышлы һәм ҡатмарлы операция өсөн ул алтын скальпель менән баһаланды. Тәүге алтын скальпель уға уңышлы лапраскопик операциялар өсөн 2008 йылда тапшырылғайны.

Мәхмүт Тимербулатов иртә менән ҡатмарлы операцияға әҙерләнә. Әмәлиәт өҫтәлендә ятҡан пациент янына һәр ваҡыт һалҡын йөрәк, тыныс күңел менән юллана. Эш мәлендә хирург-ассистенты, анестезиолог һәм операция сестралары уның нимә әйтергә теләүен күҙ ҡарашынан тойоп, аңлап тора. Күп һүҙле түгел, әммә беҙҙең төркөмгә ниндәй әмәлиәт эшләйәсәге хаҡында бер-нисә һүҙә әйтергә ваҡыт тапты.

Нисек кенә булмаһын, әмәлиәттең еңеле булмай, ти, егерме ике йәшенән үҙаллы операциялар эшләүсе хирург. Ике тиҫтә йылдан ашыу хирург булып эшләү дәүерендә уның оҫта ҡулдары 3000 ашыу кешегә ярҙам күрһәткән. Еңел ҡул, аҡыл, физик әҙерлек, йәшен тиҙлегендә ҡарар ҡабул итә белеү һәләте, меңәрләгән пациенттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән.

Мәхмүт Вил улы атаһы өлгөһөнә эйәреп, хирург һөнәрен һайлаған. Ғаилә мөхите, медицинаға ҡағылышлы китаптар донъяһы, ата-әсәһенең уҡымышлы булмышы киләсәк һөнәрен һайлағанда хәл иткес роль уйнаған. .

Мәхмүт Тимербулатов, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре докторы: “Был һөнәргә осраҡлы килмәнем, үҙенән үҙе килеп сыҡты. Тырышам”.

Һәләтле һәм эшһөйәр ғалим ғәмәли эшмәкәрлеген хирургия өлкәһендә фән менән бергә алып бара. Хирургияла уны әйҙәүсе остазы, абруйлы профессор, Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов. Ғилми етәксеһе йәш, өмөтлө ғалимды иң ауыр һәм ошоғаса хирургияла өйрәнелмәгән өлкәләрҙә әҙләнергә саҡыра. Һөҙөмтәлә ул 26 йәшендә генә кандидатлыҡ һәм дүрт йыл үткәс тә докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

Профессор Мәхмүт Тимербулатов 15 монография, 36 уйлап табыу, 400 ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ә уның үҙе етәкселегендә генә 4 докторлыҡ, 13 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Уҡыусылары илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә кешеләр һаулығы һағында тора, остаздары менән һәр ваҡыт бәйләнештә булып, кәңәштәр алып эшләй.

Әнәс Фәйзуллин, Өфөнөң 21-се клиник ҡала дауаханаһының травматология бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты: “Ҙур шәхес. Уның уҡыусыһы булараҡ, һәр ваҡыт ярҙам һорап барам".

Хәҙерге ысынбарлыҡта Рәсәйҙә башҡарылған әмәлиәттең етмеш процентҡа яҡын өлөшө инновацион технологиялар ярҙамында үтәлә. Бәләкәй роботтар, лапароскоп ҡорамалдар, йыһаздар менән башҡарылған операцияларға ла Мәхмүт Тимербулатов республикала иң беренселәрҙән булып тотона. Бәләкәй йөйлө операцияларҙан һуң ауырыуҙар йәрәхәттәре лә әҙерәк, тиҙерәк һауыға, 2-3 аҙнала хәле яҡшыра. Быйыл уңышлы операция үткәргәне өсөн уға алтын скальпель тапшырылды.

Вил Тимербулатов, Башҡортостан фәндәр академияһының академик сәркәтибе, БДМУ-ның хирургия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы: “Башҡортостанда ашҡаҙан аҫты биҙендә беренсегә операция эшләнде. 8 сәғәт барырға тейеш операция 4 сәғәт эсендә башҡарылды”.

Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия клиникаһы етәксеһе, профессор Мәхмүт Вил улы Тимербулатов, бер ниндәй дәрәжәләр, юғары исемдәр һәм дан артынан ҡыумай. Бөгөнгө ирешелгән уңыштары һәм ҡаҙаныштары тырышлығы, һөнәри оҫталығы, үҙ эшенә бирелгәнлек һөҙөмтәһе. Һәр иртә менән ауырыуҙар янына ашыға, баҫалҡы,ипле булмышы менән сәғәттәр буйына аяҡ өҫтөндә, кешеләр сәләмәтлеге һағында намыҫлы хеҙмәт итеүен дауам итә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Ике тапҡыр алтын скальпель эйәһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа