Яңы йылға яңы тимер ат

Яңы йылға яңы тимер ат https://bash.news/news/87129_yay_jyla_yay_timer_at
27 дек 2018, 23:24

"Өлгө ал" республика бәйгеһендә сертификат менән бүләкләнеүсе Зәйнетдиновтар автомобиль һатып алған. Машинала ғаилә меңдәрсә саҡрым юлды үтеп өлгөргән дә инде. Улар ҡумыҙсылар төркөмөн ойоштороу маҡсатында республика район-ҡалаларынан тыш, Һамар өлкәһе ауылдарында булған.

Ижади ғаилә 2020 йылда Башҡортостан ҡабул итәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында 2020 ҡумыҙсыны бер майҙанға сығарыу ниәтен тормошҡа ашырыу юлдарын барлай.

Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар, "Өлгө ал" Республика бәйгеһе еңеүселәре: “Тимер атты алғас та ҡумыҙсылар һаны йөҙгә артып киттеләр. 2020 йылда 2020 ҡумыҙсыны баҫтырасаҡбыҙ. Барлыҡ республика халҡын ғаиләбеҙ исеменән ҡотлайбыҙ”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Яңы йылға яңы тимер ат

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество