Дәүләт советы ултырышы

Дәүләт советы ултырышы https://bash.news/news/87131_dlt_sovety_ultyryshy
27 дек 2018, 23:38

Радий Хәбиров ирекмәнлекте һәм социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларҙы үҫтереүгә арналған дәүләт советы ултырышында ҡатнашты. Унда ирекмәндәр йылы һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Владимир Путин йәмәғәтселектең ирекле ынтылышына дәүләт артабан да ярҙам итәсәк, тип белдерҙе.

Ил хөкүмәтендә 2025 йылға тиклем ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү концепцияһы әҙерләнгән. Федераль һәм төбәк кимәлендә ирекмәндәргә ярҙам күрһәтеү стандарттары индерелгән. Социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларға килгәндә, Владимир Путин төбәктәрҙә гранттар нигеҙендә уларҙың проекттарын ғәмәлгә ашырыуы башланғысын хуплау тәҡдиме менән сығыш яһаны. Әлегә Президент гранттары фонды нигеҙендә коммерция булмаған ойошмаларҙың 7 меңдән ашыу проектына ярҙам бүленгән.

Дәүләт советы ултырышы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA