Ирекмәндәр йылға йомғаҡ яһай

Ирекмәндәр йылға йомғаҡ яһай https://bash.news/news/87132_irekmndr_jyla_joma_yaaj
27 дек 2018, 23:44

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс холлында ирекмәндәр хәрәкәтенең иң әүҙем ағзаларын бүләкләү тантанаһы үтте. Ирекмәндәр хәрәкәте һуңғы йылдарҙа ғына ойошторолдо. Пионер, комсомол ойошмалары тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырып, төрлө быуын кешеләрен үҙ ҡанаты аҫтына йыйҙы.

Ил етәкселегенең иғтибары, гранттар системаһын индереү был хәрәкәтте киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Әле Башҡортостанда 250 ойошмаһы бар, улар 25 меңдән ашыу ирекмәнде берләштерә. Рәсәй буйынса был һан 14 миллионға барып етә. Ирекмәндәр йылы Башҡортостан ойошмалары өсөн уңышлы үткән, яҡташтарыбыҙ төрлө абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып, гранттарға лайыҡ булған.

Илшат Бикҡолов, Республика ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге директоры: “Иң ҙур конкурстарының береһе – “Регион добрых дел”. Беренсе урындарҙа торабыҙ, унан 400 мең һум бүленәсәк. “Доброволец России”ла икенсе урын алдыҡ”.

Ирекмәндәр йылы ахырына яҡынлаша, әммә был эшмәкәрлек тамамлана тигәнде аңлатмай. Ойошмалар алдында оло бурыстар тора. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, юғалған кешеләрҙе эҙләү, экологик өмәләр уҙғарыу, төрлө мәҙәни саралар ойоштороу. Көмөш ирекмән Сәмсүрә Гордеева әйтеүенсә, Яңы йыл алдынан улар физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы өйҙәренә барып байрам менән ҡотлай, бүләктәр тарата. Шулай уҡ өлкән йәштәгеләрҙе лә ҡотлау ҡаралған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Ирекмәндәр йылға йомғаҡ яһай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA