Башҡортостанда 1 ғинуарҙан электр энергияһына хаҡ арта

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан электр энергияһына хаҡ арта https://bash.news/news/87140_bashortostanda_1_inuaran_elektr_energiyayna_xa_arta
28 дек 2018, 10:57

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан электр энергияһына хаҡ артасаҡ. Тарифтар НДС-тың күтәрелеүенә бәйле.

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан электр энергияһына хаҡ арта
Башҡортостанда 1 ғинуарҙан электр энергияһына хаҡ арта

Республиканың дәүләт комитеты тарифтар буйынса яңы хаҡтар ҡуя. Газ плитәләре булған йорттарҙа тариф биш тингә күтәрелә һәм 3,06 һум тәшкил итә, ә электр плитәләре урынлаштырылған йорттарҙа хаҡ өс тингә арта - 2,14 һум. Ауыл ерлегендә хаҡ шул уҡ ҡала.

Газ менән тәьмин ителгән ике күрһәткесле тариф булған йорттарҙа көндөҙ 3,62 һум һәм төнөн- 2,46 һум тәшкил итә. Электр плитәләре булғандарҙа 2,47 һәм 1,71 һум. Был тарифтар алты айға ҡаралған. 1 июлдән хаҡтар тағы ла үҙгәрәсәк һәм бер күрһәткесле тарифтар буйынса 3,17 һәм 2,22 һум тәшкил итәсәк.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа