Өфөлә төҙөлөш предприятиеһының хеҙмәткәрҙәренә бурысы йыйыла

Өфөлә төҙөлөш предприятиеһының хеҙмәткәрҙәренә бурысы йыйыла https://bash.news/news/87157_fl_tlsh_predpriyatieyny_xemtkrren_burysy_jyjyla
28 дек 2018, 15:14

Прокуратура төҙөлөш комбинатына тикшереү ойоштора. Предприятие хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәй. Һөҙөмтәлә, 302 хеҙмәткәр 2,9 млн һум күләмендә эш хаҡы алмай.

Өфөлә төҙөлөш предприятиеһының хеҙмәткәрҙәренә бурысы йыйыла
Өфөлә төҙөлөш предприятиеһының хеҙмәткәрҙәренә бурысы йыйыла

Быйыл, быға тиклем дә, предприятие эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләмәү осрағын тыуҙыра. Ул саҡта бурыс күләме 4 млн һум тәшкил итә. Эш хаҡы, прокуратура тикшереүенән һуң ғына, түләнә. Ҡабаттан эш хаҡы түләмәү осрағы буйынса компанияға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Һөҙөмтәлә, компанияға илле мең һум күләмендә штраф һалына.

Ойошма етәкселегенә бурысты ҡаплау талабы ҡуйыла. Бынан тыш, улар хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәгәне өсөн компенсация түләйәсәк. Прокуратура тикшереүенән һуң, хеҙмәткәрҙәр тулы күләмдә эш хаҡы алыуға өлгәшә.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа