Яңы йылды аҡсаһыҙ ҡаршылаясаҡ хеҙмәткәрҙәрҙән республика етәксеһе ғәфү үтенде

Яңы йылды аҡсаһыҙ ҡаршылаясаҡ хеҙмәткәрҙәрҙән республика етәксеһе ғәфү үтенде https://bash.news/news/87205_yay_jyldy_asay_arshylayasa_xemtkrrn_respublika_etksee_f_tende
28 дек 2018, 23:17

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә эш хаҡы буйынса йыйылған бурыстарҙы ҡайтарыу мәсьәләһе тикшерелде. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, төбәк 2019 йылға ярты миллиард һумлыҡ бурыс менән аяҡ баҫа. Шулай ҙа декабрҙең аҙаҡҡы ике аҙнаһында ваҡытында түләнмәгән сумма 124 миллион һумға кәмегән. Уҙып барған йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһендә урамдарҙы яҡтыртыу, инвестициялар йәлеп итеү һәм физик шәхестәрҙән һалым йыйыу һөҙөмтәләре лә барланды.

Яңы йылды аҡсаһыҙ ҡаршылаясаҡ хеҙмәткәрҙәрҙән республика етәксеһе ғәфү үтенде
Яңы йылды аҡсаһыҙ ҡаршылаясаҡ хеҙмәткәрҙәрҙән республика етәксеһе ғәфү үтенде

Урамдағы утты бынан дүрт йыл элек өҙөп киткәндәр. Артыҡ сығымдар тип күрәһең. Ә бит эргәлә генә мәктәп урынлашҡан. Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында йәшәүсе Рәхимйән Ҡоҙаҡаев тышҡа сығыр булһа, үҙе менән фонарь ала, юғиһә, абынып йығылырға мөмкин. Хәйер, бындай күренеш республиканың башҡа төбәктәре өсөн дә хас. Шуның өсөн дә һуңғы айҙарҙа республикала урамдарҙы яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Бының өсөн махсус программа ла ҡабул ителгән.

Михаил Киреев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры: “Программа 6 летняя. В 2019 году планируем направить 648 миллионов рублей”.

Һуңғы ике аҙнала республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс 124 миллион һумға кәмегән. Шуға ҡарамаҫтан ҡайһы бер предприятиеларҙың ярты миллиард һумлыҡ бирәсәге йыйылған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина әйтеүенсә, бөгөн Өфө фанера һәм "Әмзә" ағас комбинаттарында хәл айырыуса ҡатмарлы. Был ойошмалар үҙ хеҙмәткәрҙәренә 60 миллион һум күләмендә бурысҡа батҡан. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса уларҙың етәкселәренә ҡарата сираттағы енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Много негативных сигналов по лесопромышленным компаниям. Сырье вагонами отправляется а экспорт, тем не менее люди зарплату не получают. Люди уйдут в новый год без зарплаты, я за это извиняюсь. Будем переламывать этот момент”.

Уҙып барған йылдың һуңғы оператив кәңәшмәһендә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Был эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу маҡсатында Өфөлә аҙна һайын "Инвестиция сәғәте" ойошторола. Бындай форматтағы кәңәшмәләрҙә барлығы 19 проект тикшерелгән. Шуларҙың алтауһы яҡын киләсәктә ғәмәлгә ашырыла башлай. Был проекттар ярҙамында өс меңдән ашыу эш урындары барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Кәңәшәмә һуңында Башҡортостан етәксеһе оперативкала ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, уҙып барған йыл эшлекле, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә көсөргәнешле булды. Сөнки власть алмашыныуы һәр ваҡыт шундай эҙемтәләргә килтерә. Әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер-бербеҙҙе ишетергә өйрәнеп, мин ҡуйған талаптарҙы аңлап ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәтлемен, тине Радий Хәбиров.

Оператив кәңәшмәлә һалымдар мәсьәләһе лә күтәрелде. Бөгөнгә физик шәхестәрҙең 23 процент самаһы былтырғы йыл өсөн милек, транспорт һәм ергә һалымдарын түләмәгән. Башҡараһы эштәр етерлек, шуның өсөн дә республика етәксеһе был өлкәлә эшмәкәрлекте тағы ла әүҙемләштергә саҡырҙы.

Автор: Илдар Байбулатов.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа