Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу планы раҫланды

Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу планы раҫланды https://bash.news/news/87207_mrzhtnamne_tormosha_ashyryu_plany_ralandy
28 дек 2018, 23:20

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы ултырышында республика етәксеһе Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды. Алдан хәбәр ителеүенсә, саралар планы әҙерләү буйынса эшсе төркөм Мөрәжәғәтнамә иғлан ителеү менән төҙөлгәйне. Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға Хатта ҡуйылған бурыстарҙы бойомға ашырыуға депутаттар кисекмәҫтән тотонған.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: “Формально она адресована депутатам, по содержанию явяется документом для всех структур”.

Алдағы йылда республика парламенты алдында Федерация Советында Дәүләт Йыйылыш - Ҡоролтайҙың исем туйын үткәреү бурысы ла тора. Был яуаплы сараға ла әҙерлек бөгөндән башланған. Депутаттар фекеренсә, Федерация кимәлендә аралашыу республика тормошо өсөн мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йоғонто яһаясаҡ.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “Республикабыҙҙы Федераль кимәлдә күрһәтергә тейешбеҙ”.

Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыу планы раҫланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа