Бәләбәй элеваторының ни бары 2 миллион ярым һумға һатылыуына бәйле хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү эше башлаясаҡ

Бәләбәй элеваторының ни бары 2 миллион ярым һумға һатылыуына бәйле хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү эше башлаясаҡ https://bash.news/news/87208_blbj_elevatoryny_ni_bary_2_million_yarym_uma_atylyuyna_bjle_xou_asylary_tikshere_eshe_bashlayasa
28 дек 2018, 23:21

51 бинанан торған эре комплекстың баҙар хаҡы кәмендә ун тапҡырға күберәк була. Билдәле булыуынса, объекттың элекке милексеһе - Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү компанияһында ун йылдан ашыу банкротлыҡ процедуралары бара. Элеватор һатылғандан һуң, предприятиеның элекке хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы буйынса бурысы ҡапланырға тейеш булған, тик көтөлгән ҙур килем урынына тиндәр генә ҡойола.

Бәләбәй элеваторының ни бары 2 миллион ярым һумға һатылыуына бәйле хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү эше башлаясаҡ
Бәләбәй элеваторының ни бары 2 миллион ярым һумға һатылыуына бәйле хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү эше башлаясаҡ

Бәләбәй элеваторы быйыл икенсе һулыш алды тиергә була. Оҙаҡ ваҡыт буш торғандан һуң, ул ниһайәт, иген ҡабул итә башланы. Яңы инвестор предприятиены үҙ ҡарамағына алып, корпустарҙы төҙөкләндерә, тиҫтәгә яҡын яңы эш урындары булдыра. Район фермерҙары ла элеватор эшләгәндә сәсеү майҙандарын арттырыу мөмкинлеген планлаштыра

Исмәғил Хөснөтдинов, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: “Элеватор булһа, киптерергә, һаҡларға урын була. Беҙҙең фермерҙарҙың складтары бәләкәй бит. Шат инде, Бәләбәйҙә элеватор эшләһә, көнбағыш, майлы культураларҙы тапшырырға урындар була”.

Инвестор элеваторға быйыл сентябрҙә эйә була. Юридик яҡтан проблемалар булыр кеүек тойолмай. Билдәле булыуынса, комплекстың элекке хужаһына элеватор былтыр бөлгөнлөккә төшкән Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү компанияһынан һатыулашыу барышында эләгә. Банкрот предприятие мөлкәтте һатып, эш хаҡы буйынса 43 миллион һумлыҡ бурысын ҡапларға тейеш була. Конкурс идарасыһы элеваторға башта 25 миллион һумлыҡ хаҡ ҡуя, әммә һатып алырға теләүсе табылмағас, 51 объекттан торған комплекс хаҡы ун тапҡырға тиклем төшөрөлә.

Александр Крецкий, конкурс идарасыһы: “Я не знаю чем этот объект уникальный, чтобы сказать что такое не могло быть. Но реальность то другая. Его продавали с 2014 года. Документы имеются. Порядок продажи не оспаривался ни одним из кредиторов, поэтому если смотреть на торги по банкротству, то это абсолютно нормальный процесс снижения цены, все сейчас ждут последних предложений”.

18 мең гектар ерҙә урынлашҡан комплекс Өфөләге бер бүлмәле фатир хаҡына торошло. Ике миллион ярым һумлыҡ байлыҡтан кем баш тартһын?! Килешеүҙең законлы булыуына урындағы икмәк ризыҡтары комбинаты етәкселеге лә шик белдерә. Әле улар элеваторҙың бер нисә бинаһын ҡуртымға алып эшләй.

Диләрә Хаматдинова, Бәләбәй икмәк ризыҡтары комбинаты баш бухгалтеры: “Беҙҙең комбинат бинаһы ғына ун миллион һумға торошло! Мөлкәт комплексы иллегә яҡын объектты берләштереүен иҫәпкә алғанда, элеваторға хаҡ бик арзан ҡуйылған”.

Бөгөн мәсьәлә Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә лә күтәрелде. Төбәктең хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй үҙәгендә урынлашҡан элеваторҙы юғарыраҡ хаҡҡа һатып алырға теләүселәр ҙә була. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү компанияһы эре предприятиены арзан хаҡҡа биреп, элекке хеҙмәткәрҙәре алдындағы бурысты тулыһынса ҡаплай алмай.

Татьяна Астрелина, Башҡортостан дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе: “Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү компанияһында ун йылдан ашыу банкротлыҡ процедуралары бара. Конкурс идарасылар бер нисә тапҡыр алмашынды. Уларҙы төрлө ведомство-ара комиссияларға ла саҡырғайныҡ, гел генә Бәләбәй элеваторынан башҡа конкурс массаһы юҡ тип аҡландылар. Күреүегеҙсә, әгәр ҙә был мөлкәт үҙ хаҡына һатылған булһа, халыҡҡа хеҙмәт хаҡын ҡайтарыу буйынса мөмкинлек күберәк булыр ине”.

Республика етәксеһе элеваторға бәйле килешеүҙең ғәҙел булыу-булмауын тикшерергә ҡушты. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡсыларын законһыҙ килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға саҡырҙы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Если есть возможность обратите пожалуйста внимание, если там есть необходимость работать по вашей линии давайте будем вмешиваться, ну вот так вот будем расшивать...давайте подключайтесь, такие истории наверно периодически будут всплывать, наша задача спокойно трезво расшивать и возвращать то , то нам положено”.

Элеватор һатылғандан һуң да ғауға тынмай. Уның киләсәге әлегә билдәһеҙ. Мәғлүм булыуынса, Стәрлетамаҡ машина төҙөү комплексы конкурс идарасыһы икмәк ризыҡтары комбинатын судҡа биреп, һигеҙ миллион һум аҡса ҡайтарыуҙы ла талап итә. Һуңғыһы ҡуртымға алынған биналар өсөн түләүҙәрҙе ваҡытында башҡармаған, был килем шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр бурысын ҡаплауға китер ине.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна