Өфөлә милеккә зыян килтереү буйынса 4 000 осраҡ теркәлә

Өфөлә милеккә зыян килтереү буйынса 4 000 осраҡ теркәлә https://bash.news/news/87209_fl_milekk_zyyan_kiltere_bujynsa_4_000_osra_terkl
29 дек 2018, 10:09

Өфөлә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға айырым иғтибар бүленә. Йыл һайын күләмле эштәр башҡарыла. Шул иҫәптә, яңы ял итеү урындарын булдырыу һәм уларҙы төҙөкләндереү эштәре.

Өфөлә милеккә зыян килтереү буйынса 4 000 осраҡ теркәлә
Өфөлә милеккә зыян килтереү буйынса 4 000 осраҡ теркәлә

Йыл дауамында йорт алдары төҙөкләндерелә, юлдар яңыртыла. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көн һайын ҡалала уңайлы шарттар тыуҙырыу өлкәһенә үҙ өлөшөн индерә. Тик был эштәр менән бер рәттән, вандализм осраҡтары ла кәмемәй. Ағымдағы йылдың бер нисә айы эсендә дүрт меңдән ашыу милеккә зыян килтереү осрағы теркәлә. Уларҙы тергеҙеүгә яҡынса ярты миллион һум күләмендә аҡса сарыф ителә.

Вандалдар,башлыса,почта йәшниктәренә, подъездарҙың яҡтыртыу ҡоролмаларына зыян килтерә. Бынан тыш, балалар өсөн тәғәйенләнгән һәм спорт майҙансыҡтар, эскәмйәләр менән сүп-сар һауыттары ла ситтә ҡалмай. Урында йәшәүселәргә тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд