Карьерҙар контролдә

Карьерҙар контролдә https://bash.news/news/87210_karerar_kontrold
28 дек 2018, 23:23

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәртип һаҡлау органдары менән берлектә республика карьерҙарында рейдтар үткәрә. Тәбиғәт байлыҡтарын тәләфләүҙе иҫкәртеү маҡсатын ҡуйған махсус сараларҙа квадракоптерҙар ҙа ҡулланыла. Урал аръяғының 8 районы биләмәһендә барлығы 50 таш ҡаҙыу урыны тикшерелде.

Карьерҙар контролдә
Карьерҙар контролдә

Күсмә ауырлыҡ контроле пункты аша тәбиғәт байлығы тейәлгән 2000-дән ашыу ауыр йөк машинаһы һәм транспорт сараһы үтте. 108 автомобилдә бер күсәргә төшкән ауырлыҡ билдәләнгән норманан юғары булыуы асыҡланды. Республика юлдарына килтерелгән күләме иһә 700 мең һумдан ашыуға баһаланған.

Салауат Хилалов, Республика ауырлыҡ контроле хеҙмәте белгесе: “95 транспорт сараһының саманан артыҡ йөк тейәлгәне асыҡланды. Саралар артабан да дауам итәсәк”.

Баймаҡ районында әле 25 карьер лицензия нигеҙендә эшләй. Әммә әле уларҙың барыһында ла эштәр туҡтатылған. Ҡышҡы осорҙа таш ҡаҙыу башҡарылмай. Дөйөм тәғәйенләнештәге ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу тәртибен боҙоусылар һауанан квадракоптерҙар аша асыҡлана.

Ғәлим Сәфиуллин, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты белгес-эксперты: “Баймаҡ районында лицензиялы 25 карьер бар”.

(в1)

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна