Иглин районының төп шыршы байрамы төбәктең иң һәләтле мәктәп уҡыусыларын бер майҙанға йыйҙы

Иглин районының төп шыршы байрамы төбәктең иң һәләтле мәктәп уҡыусыларын бер майҙанға йыйҙы https://bash.news/news/87213_iglin_rajonyny_tp_shyrshy_bajramy_tbkte_i_ltle_mktp_uyusylaryn_ber_majana_jyjy/?lang=bash
28 дек 2018, 23:28

Йөҙҙән ашыу бала Ҡыш бабайҙан бүләк алып, "Яңы йыл мажаралары" тип аталған театрлаштырылған тамашала ҡатнашты. Байрамда Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Николай Самойленко ла булды. Ул мәктәп уҡыусыларына яҡшы билдәләргә уҡып, киләсәктә кәрәкле һөнәр һайлауҙарын теләне.

Бай йөкмәткеле программаны артабан шыршы тирәләй йыр-бейеү дауам итте. Мәктәптә тик бишлегә уҡып, район данын республика кимәлендә яҡлаусылар үҙ һәләттәрен күрһәтте. Байрам төрлө мәктәптәрҙән йыйылған әүҙем балаларҙы берләштереп, алдағы еңеүҙәргә дәртләндерҙе.

Алиса Һөйәрбаева, байрамда ҡатнашыусы: “Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашам, мәктәптәге бөтә түңәрәктәргә йөрөйөм. Яҡшы уҡыйым. Бында килеүемә бик шатмын. Киләһе яңы йылда йәштәштәремә тик бишле билдәләренә уҡыуҙарын, һау-сәләмәт булыуҙарын теләйем”.

Автор: Фәниә Юланова.

Иглин районының төп шыршы байрамы төбәктең иң һәләтле мәктәп уҡыусыларын бер майҙанға йыйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Фк уфа 10 лет