Уйынсыҡ мажаралары

Уйынсыҡ мажаралары https://bash.news/news/87214_ujynsy_mazharalary
28 дек 2018, 23:28

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры йылдағыса кескәй тамашасылар өсөн өр-яңы әкиәт әҙерләне. Яңы йыл алдынан спектаклде ҡыҙҙар-малайҙар шатланып ҡабул итте. Ижади коллектив әйтеүенсә, быйылғы сәхнә әҫәрен балалар еңел ҡабул итә. Сөнки спектаклдә улар яратып уйнаған уйынсыҡтар ҡатнаша.

Уйынсыҡ мажаралары
Уйынсыҡ мажаралары

Кескәй тамашасылар изгелек менән яуызлыҡтың көрәшен күҙәтә. Бары тик тыңлаусан, ярҙамсыл булғанда ғына Ҡыш бабай килеп, бүләктәр өләшеүенә ышана. Уйынсыҡтар мажараларына ҡарап, тамашасы залынан уҡ улар дөрөҫ юлдан барырға, һорауҙарға яуаптар ҡайтарырға тырыша. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында күңелле тамаша 8 ғинуарға тиклем дауам итә. Әкиәттән тыш, ҡыҙҙар-малайҙар фойела шыршы тирәләй төрлө уйындарҙа ҡатнашып, зирәклеген һынай ала.

Ижади коллектив театр йылын ҡаршыларға етди әҙерләнә. Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы ла нығыр тип көтөлә. Шулай уҡ театрҙың ҙур залында ултырғыстар яңыртыласаҡ. Уңайлы шарттар бәләкәй тамашасыларға күңелле кәйеф һәм яҡшы ял өсөн булдырыла, ти театр директоры.

Альберт Имаметдинов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры: “Пландар күп. Әлеге ваҡытта беҙ 2019 йылда, теар йылында ҡуйыласаҡ спектаклдәр һанын билдәләнек. Дүрт премьера тип торабыҙ, әммә алтауҙы ҡуйырға иҫәп бар. Иң мөһиме беҙҙең кесе тамашасыларыбыҙ килһен!”

(в1)

Автор: Фәниә Юланова.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа