Баш ҡаланың үҙәк урамдарында иллюминациялар ҡабыҙыу дауам итә

Баш ҡаланың үҙәк урамдарында иллюминациялар ҡабыҙыу дауам итә https://bash.news/news/87216_bash_alany_k_uramdarynda_illyuminaciyalar_abyyu_dauam_it/?lang=bash
28 дек 2018, 23:29

Яҡтыртыу ҡоролмалары төнө буйы ҡуйылған. Халыҡ яратып йөрөгән "Ете ҡыҙ" фонтаны хәҙер йәйғорҙың бар төҫтәрендә лә балҡый. Бында йәйгеһен генә түгел, ҡышҡы көндәрҙә лә кеше өҙөлмәҫ тип көтөлә. Башҡорт орнаметтары менән биҙәлгән фонтандан тыш, ағастарға ҡуйылған яҡтылыҡ диодтары үҙе бер әкиәт донъяһын хәтерләтә. Театр скверына инеү, ғөмүмән шаршауҙан башлана.

Дмитрий Стрельцов, яҡтылыҡ монтажы буйынса компания директоры: “Матур ҡала. Урал тауҙарына һыйынған Рәсәй йөрәге. Яңы йыл әкиәтен эшләү минеңсә көн талабы булғандыр. Маҡсат ҡуйылды, эште лә һанаулы ваҡыт эсендә генә башҡарҙыҡ. Башҡорт телендә яҙылған билдәле өс хәреф, Өфө символы ла лайыҡлы урын алды”.

Пушкин һәм Ленин урамдарында урынлашҡан аллеялар ҙа шулай уҡ, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Был яңылыҡ Өфө халҡына бер яҡтан Яңы йыл кәйефе бүләк итһә, ә килгән ҡунаҡтар, туристар өсөн төбәктең матурлығын күрһәтә, ти иллюминацияларҙы ҡуйыусылар. Яҡтылыҡ ҡоролмалары электр энергияһын һөҙөмтәле сарыф иткән диодтар ярҙамында эшләй.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Баш ҡаланың үҙәк урамдарында иллюминациялар ҡабыҙыу дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста