Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларына махсус техника

Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларына махсус техника https://bash.news/news/87217_bash_alany_torlakommunal_xuzhalyy_ojoshmalaryna_maxsus_texnika
28 дек 2018, 23:33

Йыл аҙағында бөтәһе 39 дана юл техникаһы ҡайтарылған. Йыл башында төбәктең башҡа ҡалалары ла улар менән тәьмин ителәсәк. Бөгөн Өфөнөң техника паркы социаль маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә 14 берәмек яңы техника менән тулыланды.

Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларына махсус техника
Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларына махсус техника

Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы паркы 2007 йылдан бирле яңыртылмаған була. Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҙур мегаполистың машина паркында ни бары 150 берәмек кенә техника булған. Ниһәйәт, һуңғы һигеҙ йыл эсендә икенсегә йыйыштырыу техникаһы алынды. Республика башлығы ҡушыуынан һуң, бер ай ҙа ваҡыт үтмәҫтән, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Бәләкәй габаритлы 6 тейәгес торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур ҡыуаныс. Улар ярҙамында ҡаланың тар урамдарына һәм тыҡрыҡтарына үтеп инергә мөмкин буласаҡ.

Джей-сиби экскаватор -тейәүсе иһә күпкә ҡеүәтлерәк. Заман техникаһының мөмкинлектәре лә киңерәк. Был машиналарҙа яғыулыҡ-майлау материалдары һөҙөмтәле тотонола, иҡтисади яҡтан да отошло. Техникаға өс йыл гарантия бирелә. Торлаҡ -коммуналь хужалығын йыйыштырыу техникаһы менән тәьмин итеү 44 федераль закон нигеҙендә тормошҡа ашырылды.

Салауат Хөсәйенов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Ҡаланы матур таҙартыр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Һәйбәт эшләргә яҙһын”.

Яңы йыл алдынан социаль маҡсатлы прораммаға ярашлы бындай ҡеүәтле һәм күп функциялы техника алыныуына хеҙмәткәрҙәр шат. Тимәк, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа һәм ҡаланы тәртиптә тотоуҙа йыл әйләнәһенә өҙөклөктәр булмаясаҡ.

Зилфир Дәүләтшин, Өфөнөң Ленин районы торлаҡ хужалығы тресы етәксеһе урынбаҫары: “Беҙҙең торлаҡ хужалығына 8 машина бирелде. Яңы техника бик кәрәк ине”.

Джей-сиби маркалы һигеҙ экскаватор-тейәгес Өфөнөң һәр районында эшләйәсәк. Техника бер-ике көн эсендә иҫәпкә ҡуйылып, Өфө урамдарына сығасаҡ. Был техникала 93 ат көсө. Гидравлика системаһында баҫым 251 бар. Был заманса машинала өс төп функциянан тыш, тағы ла алты төрлө эш башҡарырға була.

Яңы техника һәр районда эшләйәсәк. Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалығы водителе Рәзиф Фәррәхов егерме йыл эшләү дәүерендә дүртенсе тапҡыр яңы техника ала. Бөгөн тапшырылғаны уңайлы һәм фунциональ булыуы менән айырыла.

Ҡаланың һигеҙ районына бүленгән йыйыштырыу техникаһы ҡатмарлы боролоштарҙы, ҙур техника үтеп инә алмаған тар урамдарҙы сифатлы итеп таҙартыуҙа төп көс буласаҡ. Техника ике сменала, ә ҡарлы-буранлы көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

(в1)

Автор: Гүзәл Борханова.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна