Өфөлә бөгөн Республика психотерапия үҙәге эш башланы

Өфөлә бөгөн Республика психотерапия үҙәге эш башланы https://bash.news/news/87218_fl_bgn_respublika_psixoterapiya_ge_esh_bashlany
28 дек 2018, 23:35

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында консультация-диагностика бүлеге, 30 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар урынлашҡан. Шулай уҡ нерв системаһы ҡаҡшаған пациенттарҙы тәүлек әйләнәһенә ҡабул итеү ойошторолған. Яңы бина 1800-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә ала. Әйткәндәй, объект республиканың йөҙ йыллығы уңайынан сафҡа инде.

Гүзәл Йосопова, психотерапевт: “Республикаға кәрәкле әйбер. Сөнки хәҙер үҙҙәренә ҡул һалған кешеләр кәмей. Тән ауыртыуы бер, йән ауыртыуы икенсе әйбер. Беҙ уларға кәрәкбеҙ”.

Һуңғы ваҡытта халыҡта депрессия, стресс, нерв ауырыуҙарының йыш күҙәтелеүенә бәйле учреждение эшмәкәрлеге көн талабы. Сирҙе ваҡытында дауалау зарур, тип билдәләй белгестәр. Улар фекеренсә, был күптәрҙе бәхетһеҙ осраҡтан аралауҙы, шул иҫәптән, суицидты кәметеүҙе күҙ уңында тота.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөлә бөгөн Республика психотерапия үҙәге эш башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд