2019 йылда 1,3 млн тонна йәшелсә үҫтереү күҙаллана

2019 йылда 1,3 млн тонна йәшелсә үҫтереү күҙаллана https://bash.news/news/87219_2019_jylda_13_mln_tonna_jshels_tere_kallana
29 дек 2018, 10:39

2019 йылда Рәсәй йылытмаларында 1,3 млн тонна йәшелсә үҫтереү күҙаллана. Тәү сиратта, томаттар һәм ҡыярҙар күпләп ултыртыласаҡ. Был хаҡта «Рәсәй йылытмалары» ассоцияцияһы президенты хәбәр итә.

2019 йылда 1,3 млн тонна йәшелсә үҫтереү күҙаллана
2019 йылда 1,3 млн тонна йәшелсә үҫтереү күҙаллана

Алдағы йылдарҙа йылына 250 гектар майҙанда йылытмалар булдырыласаҡ. 2019 йылда 260 гектар, ә 2020 йылда - 250 гектар майҙанда яңы йылытмалар төҙөләсәк. Бынан тыш, Рәсәй баклажанын һәм боросон үҫтереү күҙаллана.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә, халыҡ ихтыяжын тәьмин итеү өсөн, етерлек кимәлдә йәшелсәләр үҫтерелмәй. Заманса йылытмаларҙың аҙ кимәлдә булыуы сәбәпле, был ҡышҡы миҙгелдә айырыуса ныҡ һиҙелә.

Алексей Ситников,«Рәсәй йылытмалары» ассоцияцияһы президенты

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна