Йәрмәкәйгә эш сәфәре

Йәрмәкәйгә эш сәфәре https://bash.news/news/87269_jrmkjg_esh_sfre
29 дек 2018, 21:51

Йәрмәкәй районында бөгөн яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инде. Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәктә ул башҡа социаль объекттарҙың эшмәкәрлеген дә ҡараны, халыҡ менән аралашты.

Йәрмәкәйҙәр өсөн бөгөн иҫтәлекле ваҡиға, районда физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инде, яңы объектта 25 метрлыҡ бассейн урынлашҡан, төрлө спорт төрҙәре өсөн ҡулайлаштырылған бүлмәләр бар. Комплексты төҙөүгә 164 миллион ҙум аҡса йүнәлтелгән. Спорт физик көс кенә түгел, рухи ныҡлыҡ та тәрбиәләй, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Как человек любящий спорт, считаю что спорт – один из немногих явлений в нашей жизни которая может ее направить на правильное русло. Спорт воспитывает характер”.

Ялан шишмә Йәрмәкәйҙең иң боронғо ауылдарының береһе, әле бында сыуаштар йәшәй, улар башҡорт ерҙәренә 17 быуатта килеп нигеҙ һала.

Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, башланғыс һәм урта синыф уҡыусылары үткән быуат башында төҙөлгән иҫке корпустарҙа белем ала, бар уңайлыҡтар тышта. Мәктәптә спортҡа етди иғтибар бирелә, Ялан шишмәнән Наталья Федорова хатта, йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була.

Ауылда көслө фольклор коллективы, балалар ансамблдәре лә эшләй, тик тағы ла клуб иҫке, емерек хәлдә. Радий Хәбиров халыҡҡа сход үткәреп берҙәм фекергә килергә ҡушты, ниндәй объект кәрәгерәк икәнен хәл итеү мөһим. Шунан һуң ҡарар ҡабул ителәсәк һәм төҙөшө башланасаҡ.

Спартак халҡы менән осрашыуҙа һүҙ көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү хаҡында барҙы. Ауылда сүп-сарҙы йыйыу 10 йыл элек башланған, кеше башына хаҡ 48 һумдан тура килә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тарифтар Башҡортостанда иң түбәне, бик күп категориялар өсөн ташламалар ҡаралған, хаҡтар күтәрә алмаҫлыҡ булһа яңынан ҡараласаҡ.

Нәзимә Карпова, Спартак ауылында йәшәүсе: “Шәмбе алып китәләр. Ҡапсыҡта әҙерләп ҡуябыҙ. Сүп-сар күп бөлмай, күбеһен эшкәртәбеҙ”.

Осрашыуҙа Бәләбәй районының Приютов ҡасабаһы халҡы үҙҙәрен Бәләбәйгә күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров белдереүенсә, мәсьәлә ентекле тикшереү талап итә, шунан һуң ғына ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Радий Хәбиров Спартак амбулаторияһында ла булды. Медицина учреждениеһында табиптарға ҡытлыҡ юҡ, быйыл ғына йәш белгес килгән, өс көн элек кенә яңы ашығыс ярҙам машинаһы ҡайтарылған. Бинаға ремонт үткәргән дә сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе хаҡында һөйләргә мөмкин. Төҙөкләндереү хаҡы 3 миллион һумға яҡын. Радий Хәбиров проблеманы хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

Йәрмәкәйҙәге ҡарттар йортонда иһә мунсаны төҙөкләндереү ҡарала. Хужалар әйтеүенсә, шарттар тыуҙырыу бик мөһим, әле бында 44-тән 90 йәшкә тиклемге 30-ҙан ашыу кеше йәшәй. Социаль учреждение төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙҙәре лә оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар ойоштора

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Йәрмәкәйгә эш сәфәре

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд