Быйылғы йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105 мең 600 гектар майҙаны зыян күрҙе

Быйылғы йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105 мең 600 гектар майҙаны зыян күрҙе https://bash.news/news/87271_byjyly_jylda_223_auyl_xuzhalyy_predpriyatieyny_105_me_600_gektar_majany_zyyan_kre
29 дек 2018, 21:54

Рәсәй Хөкүмәтенең хәүефле тәбиғәт күренештәренә бәйле ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен компенсациялау өсөн төбәктәргә финанс ярҙам күрһәтеү тураһында күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостан 238 миллион 300 мең һум аҡса алды. Ул республика ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәре иҫәптәренә йүнәлтелгән.

Быйыл яҙ ҡайһы бер райондарҙа ҡоролоҡ, айырым төбәктәрҙә, киреһенсә ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы үҫтерелгән уңышты юғалтыуға килтерҙе. 19 районда һәм Күмертау ҡалаһы биләмәләрендә, ошоға бәйле, ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан ителде. Дөйөм алғанда, 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105 мең 600 гектар майҙаны зыян күрҙе.

Быйылғы йылда 223 ауыл хужалығы предприятиеһының 105 мең 600 гектар майҙаны зыян күрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров