Өфөнөң сауҙа майҙандарында ит йәрминкәләре эшләне

Өфөнөң сауҙа майҙандарында ит йәрминкәләре эшләне https://bash.news/news/87272_fn_saua_majandarynda_it_jrminklre_eshlne
29 дек 2018, 21:54

Иң ҙур ҡышҡы баҙар "Спорт һарайы" алдында ойошторолдо. Ауыл-ҡасабаларҙа йәшәп шәхси хужалыҡтарында мал һәм ҡош-ҡорт үҫтереүселәрҙең кәштәләре быйылғы мул һуғым менән тулы.

"Пушкин" сауҙа-сервис үҙәге эргәһендә урынлашҡан майҙанда ла сифатлы ит тәҡдим итеүселәр байтаҡ ине. Миәкә районынан Зөбәйеровтар йыл һайын тиерлек баш ҡала халҡына үҙ ихатаһында үҫтергән ҡош итен килтерә. Яңы йыл өҫтәленә һәм ҡышҡы оҙайлы ялдарҙа экологик яҡтан таҙа ризыҡты һәр кем ышаныслы ҡулдарҙан һатып алырға теләй.

Рәсимә Зөбәйерова, ит йәрминкәһендә ҡатнашыусы: “30 күркә үҫтерҙек. Килаһын 350 һумға һатабыҙ. 60-70 ҡаҙ үҫтерҙек. Килаһы 400 һум”.

Ҡош ите менән тулы кәштәләр янынан һатып алыусылар өҙөлмәй. Улар башта хаҡтар менән ҡыҙыҡһына, һуңынан йәненә теләгән ҡош итен һайлап ала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөнөң сауҙа майҙандарында ит йәрминкәләре эшләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA