9-сы синыф уҡыусылары рус теленән дөйөм йомғаҡлау имтиханын тапшырыр алдынан әңгәмәгә саҡырыласаҡ

9-сы синыф уҡыусылары рус теленән дөйөм йомғаҡлау имтиханын тапшырыр алдынан әңгәмәгә саҡырыласаҡ https://bash.news/news/87273_9sy_sinyf_uyusylary_rus_telenn_djm_jomalau_imtixanyn_tapshyryr_aldynan_gmg_sayrylasa
29 дек 2018, 21:55

Зачет ҡуйылғандан һуң ғына уҡыусыға имтихан тапшырыу рөхсәт ителә. 11-се сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн дә үҙгәрештәр көтөлә. Бынан ары ҡыҙҙар-егеттәр инглиз, француз теленән тыш, ҡытай теле буйынса ла белемдәрен һынап ҡарай ала.

Шулай уҡ 2019 йылдан информатиканан Берҙәм дәүләт имтиханын ҡағыҙҙа ғына түгел, ә компьютерҙа ла тапшырыу мөмкинлеге булдырыла. Шулай уҡ математиканан хәҙер база һәм профиль имтихандары бер көндә үтәсәк. Сығарылыш синыф уҡыусылары ниндәй фәндән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасағы тураһындағы ғаризаны 2019 йылдың 1 февраленә тиклем тапшырырға тейеш. Имтихандар уҙғарыу этаптары буйынса үҙгәрештәр юҡ.

Ваҡытынан алда һынау үтеү датаһы 20 марттан 10 апрелгә тиклем билдәләнгән. Төп этап: 27 майҙа башланып 1 июлдә тамамлана. Резерв көндәр 3 сентябрҙән алып 20-нә тиклем. Ошо һәм башҡа яңылыҡтар менән Рәсәйҙең мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралыҡ сайтында танышырға мөмкин.

Автор: Фәниә Юланова.

9-сы синыф уҡыусылары рус теленән дөйөм йомғаҡлау имтиханын тапшырыр алдынан әңгәмәгә саҡырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна