Һунарсылар ҡағиҙә беләме?

Һунарсылар ҡағиҙә беләме? https://bash.news/news/87278_unarsylar_ai_belme
29 дек 2018, 22:00

Бөгөндән киләһе йылдың 8-се ғинуарына тиклем Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һунарсылыҡ ҡағиҙәләре буйынса рейдтар уҙғара. Ул Эске эштәр министрлығы, "Росгвардия"ның Башҡортостан буйынса идаралығы, дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторола.

Сара һунарсыларҙы законда билдәләнгән тәртипте, ҡорал менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Һунар итеүселәрҙең кәрәкле документтары булырға тейеш. Улар һунарсылыҡ биләмәләре сиктәрен, тыйылған, айырым һаҡланған тәбиғәт зоналарын аныҡ белергә бурыслы.

Тәбиғәткә зыян килтереү осраҡтары тураһында 218-04-30 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Код: 8-347.

Һунарсылар ҡағиҙә беләме?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд