Йылдың сағыу мәлдәре

Йылдың сағыу мәлдәре https://bash.news/news/87281_jyldy_sayu_mldre/?lang=bash
29 дек 2018, 22:02

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Йылдың сағыу мәлдәре" тип исемләнгән марафон дауам итә. Бөгөн иртә менән "Сәләм" тапшырыуында 2017 йылға йомғаҡ яһалһа, көндөҙ "Бәхетнамә"лә шыршы биҙәнеләр.

"Яңылыҡтар" сығарылышанан һуң байрам телемарафонына "Телеүҙәк" тапшырыуы ҡушыла. Әйткәндәй, бөгөн Өфөләге сауҙа һәм күңел асыу үҙәктәренең береһендә "Яңы йылды БСТ каналы менән ҡаршы алабыҙ" акцияһы уҙғарылды. Йөҙҙән ашыу бала йәшел ҡупшыҡай тирәләй Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғыр һөйләп, тәмле бүләктәр алып ҡыуанды.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Йылдың сағыу мәлдәре

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста