Башҡорт ҡыҙы Рушана Вәлиева федераль канал проекты финалына үтте

Башҡорт ҡыҙы Рушана Вәлиева федераль канал проекты финалына үтте https://bash.news/news/87283_bashort_yy_rushana_vlieva_federal_kanal_proekty_finalyna_tte/?lang=bash
29 дек 2018, 22:04

Был юлы бәйгенең ярымфиналында Рушана билдәле яҡташыбыҙ Земфира Рамаҙанова репертуарынан алынған йырҙы башҡарҙы.

Тамашасы ике фронтҡа бүленде. Берәүҙәр "Ариведерчи" йырын Земфиранан башҡа берәү ҙә башҡара алмай тиһә, икенселәр 90-сы йылдар аҙағы хитына Рушананың заманса һулыш биреүен билдәләне.

Ярымфинал һөҙөмтәләренә ярашлы, Ауырғазы ҡыҙы 129,9 процент тауыш йыйҙы. Ә иһә финал 1 ғинуарға билдәләнгән.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡорт ҡыҙы Рушана Вәлиева федераль канал проекты финалына үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста