Мартта Рәсәй халҡы киләһе алты йылға Президент тәғәйенләне

Мартта Рәсәй халҡы киләһе алты йылға Президент тәғәйенләне https://bash.news/news/87318_martta_rsj_xaly_kile_alty_jyla_prezident_tjenlne
30 дек 2018, 23:56

Тауыш биреүгә “Рәсәй дөйөм халыҡ союзы” вәкиле Сергей Бабурин, Коммунистарҙан Павел Грудинин, Либерал демократтарҙан Жириновский, “Граждандар башланғысы” партияһанан Ксения Собчак, “Рәсәй коммунистары”нан Максим Сурайкин, “Үҫеш партияһы”нан Борис Титов, “Яблоко” фирҡәһенән Григорий Явлинский һәм үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе Владимир Путин сығарылды.

Сәйәси компания йәмәғәтселектең әүҙемлеге менән айырылып тора. Республика халҡының 75,4 проценты гражданлыҡ бурысын үтәне. Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 77 проценттан ашыуы тауыш бирҙе. Һандар үҙҙәре үк Башҡортостан халҡының һайлауға бик яуаплы ҡарауын һәм илдә алып барылған сәйәсәтте хуплауын иҫбатлай.

Айбулат Кәримов, Социология фәндәре кандидаты: “Һуңғы ваҡыт һайлауға барыуҙың мәғәнәһеҙлеге тураһында һөйләһәләр ҙә, беҙҙең халыҡ һайлауҙарға ышана, йөрөй”.

Башҡортостан һайлаусылары берҙәм тауыш биреү көнөндә лә һынатманы. Ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡтың 20 проценты ғына тауыш биргәндә, беҙҙә 50 процентҡа яҡын һайлаусы гражданлыҡ бурысын үтәне. Ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек ҡайтанан тауыш биреү ойоштороу ҙа талап ителмәне. Был тәү сиратта халыҡтың сәйәси кампанияға ҡарата яуаплылығы һәм республика киләсәгенә битараф булмауы тураһында һөйләй.

Һөҙөмтәлә республика парламентындағы 110 урынды алты партия ағзалары һәм бер үҙ- үҙен тәҡдим итеүсе бүлешә. Атап әйткәндә, 79 депутат "Берҙәм Рәсәй" партияһынан. Коммунистар быйыл мандаттарын арттырып 15 урынды аласаҡ. Либерал демократтарға 7 мандат бирелһә, "Ғәҙел Рәсәй" партияһынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа 5 депутат буласаҡ. Патриоттар ике , йәшелдәр үткән саҡырылыштағы кеүек үк бер урын менән ҡәнәғәтләнде. Тағы бер мандатҡа үҙ- үҙен тәҡдим итеүсе эйә булды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 6-сы саҡырылышы ярайһы уҡ яңырҙы.

Мартта Рәсәй халҡы киләһе алты йылға Президент тәғәйенләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна