Йылдың иҡтисади һөҙөмтәләрен барлағанда әлегә рәсми рәүештә үткән туғыҙ айға ғына йомғаҡ яһау мөмкин

Йылдың иҡтисади һөҙөмтәләрен барлағанда әлегә рәсми рәүештә үткән туғыҙ айға ғына йомғаҡ яһау мөмкин https://bash.news/news/87319_jyldy_itisadi_mtlren_barlaanda_leg_rsmi_resht_tkn_tuy_aja_yna_joma_yaau_mmkin
30 дек 2018, 23:57

Федераль ҡаҙнасылыҡ мәғлүмәттәре буйынса, октябргә тиклем республиканың тупланма бюджеты былтырғынан З9 39 545,9 миллиард һумға күберәк йыйылып 198 198 996 миллиардҡа еткән. Сығымдар 160 160 875,2 миллиард һум тәшкил иткән. Йәғни, ҡаҙна 38 миллиард һумға профицит менән башҡарылған. Йәлеп ителгән инвестициялар кәмеп 99 миллиард һум менән баһаланған.

Халыҡтың кеше башына тура килгән уртаса килеме 30 мең ярым

30 522,0 һумға еткән. Уртаса хеҙмәт хаҡы иһә 2 меңгә артып 32 мең 847 һум күләмендә һаҡланған. Уртаса пенсия 12829 һумға тиклем күтәрелгән.

Быйылғы йылдың иң шау-шыулы ваҡиғаһы, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырғаны ла шул пенсия йәшен арттырыу булғандыр. Хөкүмәт менән йәмәғәтселек араһында оҙайлы бәхәстән һуң уртаҡ фекергә киленде. Һөҙөмтәлә ирҙәр 65 йәштә, ә ҡатындар 60 та хаҡлы ялға китәсәк.

Төбәктә халыҡ һаулығын хәстәрләү республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Ташламалы һәм бушлай дарыуҙар өсөн федераль һәм төбәк бюджетынан 2 миллиард һум аҡса бүленгән.Әммә тағы ла 500 миллион һум аҡса етмәүе күҙәтелә. .

Эксперттар билдәләүенсә, һирәк ауырыу менән сирләгән һәр пациентҡа медицина препараттары өсөн йылына уртаса 10 миллион һум аҡса бүленә. Препараттар ҡиммәт, әммә улар сирлеләргә ваҡытында барып етергә тейеш. Рәсәйҙә орфан ауырыуҙары менән 17 меңдән, Башҡортостанда -434 кеше интегә. 2019 йыл башынан һирәк ауырыуҙарҙың бер-нисә төрөнә дарыуҙар өсөн федераль бюджеттан сығымдар бүленәсәк.

Әммә онкологияға ҡағылышлы проблемалар ҙа киҫкен йүнәлеш ала. Яман шеш менән интегеүселәр сәғәттәр буйы сираттарҙа ултырырға мәжбүр. Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта тейешле медицина ярҙамын алмайынса яҡты донъя менән хушлаша. Республика етәксеһе был өлкәлә эштәрҙе көйләргә һәм ауырыуҙарға йөҙ менән боролорға кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Люди не могут попасть в больницы неделями, а потом умирают. Это преступление, Еще и совесть должна быть. Такое понятие есть”.

Яңы төҙөлөсәк туғыҙ ҡатлы онкология диспансеры яман шеш менән интегеүселәрҙе заманса медицина ярҙамы менән тәьмин итеү мәсьәләһен бермә-бер яҡшыртасаҡ тип көтәлә. Яңы бина дауаланыуға сираттарҙы кәметәсәк, ауырыуҙар менән шығырым тулы палаталарҙы һәм коридорҙарҙы бушатырға мөмкинлек бирәсәк.

Тәбрик Ниғмәтуллин, төҙөлөш компанияһының баш инженеры: “Беренсе өсөнсө ҡаттарҙа поликлиника, икенсеһендә- маммограф, томограф, рентген ҡорамалдары. 4-9 этажға тиклем 240 койкаға иҫәпләнгән палаталар”.

Әммә дауаханаларҙан етмәүенә,табиптарҙың йөше олоғая барыуы, уларҙы алмашҡа килеүселәр кәмеүе лә көнүҙәк мәсьәлә. Айырыуса төпкөлдәрҙә белемле медицина белгестәре етмәй. Түбән эш хаҡы һәм торлаҡ мәсьәләһе төпкөл ауылдарға медицина белгестәре ҡайтыуын тотҡарлай.

"Земский доктор" программаһы буйынса эшкә ҡайтыусылар ҙа барлыҡ төбәктәрҙә лә уңышлы эшләп китә алмай. Миҫалға Иглин район дауаханаһын килтереү ҙә етә. Бында һуңғы ике йылда ғына 20 -ләп медицина белгесе эштән киткән. Быйыл ауыл һәм бәләкәй ҡалаларға ҡайтҡан йәш белгестәрҙе социаль яҡлауға өҫтәмә рәүештә 50 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш хакимиәт башлыҡтарына районға эшкә ҡайтҡан табиптарҙы социаль торлаҡ менән тәьмин итеү һәм һәр яҡтан ярҙам күрһәтеү бурысы ла йөкмәтелде.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Не стоит отмахиваться от проблемы.... И все ваши старания, поверьте, будут вознаграждены здоровьем ваших земляков”.

Киләһе йылдан Рәсәйҙә "Ауыл фельдшеры" федераль маҡсатлы программаһы ла эшләй башлауы һөйөнөслө хәбәр. Уға ярашлы федераль ҡаҙнанан 36 миллион һум аҡса бүленәсәк. Программала атнашыусыға 500 мең һум күләмендә пособие түләнәсәк. Фельдшер үҙ участкаһында кәмендә 5 йылдан ашыу эшләргә тейеш буласаҡ. Төбәктә 100 фельдшер -акушер пунктына 400 ашыу белгес талап ителә.Фаптар иҫке. Күп осраҡта тәү медицина фельдшерҙың үҙ эшен яратыуы, Гиппократ антына тоғро ҡалыуы арҡаһында ғына йәшәй. Фельдшер Артур Хәбибуллин медицинала осраҡлы кеше түгел. Ул ғаилә династияһын дауам итә. Уның ҡарамағында Миәкә районының Родниковка һәм Ҡорманай ауылдарында йәшәгән 1061 кеше. Олоһо -кесеһе уға күҙ терәп тора.

Ә бына Бөрө медицина училещеһын тамамлаған Артур Сәйетов Балтас районының Тутағас фапын етәкләйәсәк. Йәш белгес "Ауыл фельдшеры" программаһында ла ҡатнаша.

Атрур Сәйетов, Балтас районы үҙәк дауаханаһының Тутағас ауылы фельдшер-акушер пункты мөдире: “Ҡатнашам, беҙҙең ғаилә өсөн был бик яҡшы форсат”.

Республикала 2064 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. Уларҙың 70 процент самаһы авария хәлендә. Күптәрендә канализация үтмәгән,һыу ташыла, мейес яғыла. Ә утыҙ йыл элек төҙөлгәндәренә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт та үтмәгән.

Мәҙинә Биктимерова, Миәкә районы үҙәк дауаханаһының Яңы Ишле фельдшер-акушер пункты мөдире: “Ҡорамалдар юҡ, капиталь ремонт үмәгән”.

Әммә иҫке фаптар урынына алмашҡа модуллеләре ҡоролоуы һөйөнөслө хәл. Төпкөлдәрҙә уларҙы асыу -ауыл кешеләрен заманса медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙе яңы баҫҡысҡа күтәрәсәк. Был технология ярҙамында ай эсендә яңы бина ҡорорға мөмкин. Уңайлы шарттарҙа табип тәүге ярҙам күрһәтә, тейешле процедуралар ҙа эшләй ала. Модулле фаптарҙы тәүге пациенттар баһалаған да инде.

Бынан тыш республика бюджетынан ярты миллиардтан ашыу һум аҡса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған 172 ашығыс ярҙам каретаһы аллыуға йүнәлтелгән. Федераль бюджеттан бүленгәненә 23 тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтарылды.

Яһалма тын алыу, электрокардиограф,ингалятор, ҡандағы шәкәр кимәлен үлсәү аппараты, ҡул йыуыу өсөн кран, тәгәрмәсле каталка Заманса йыһазландырылған был автомашиналар тәгәрмәсләе дауахананы хәтерләтә.

Халыҡты социаль яҡлауҙа хеҙмәт хаҡын арттырыу мөһим урын алып тора. Май айынан 9 489 һум тәшкил иткән минималь эш хаҡы күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләштерелде. Ил Президенты указына ярашлы 1 майҙан хеҙмәт хаҡы 11 163 һумға тиклем артты. Рәсәҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүенсә, был үҙгәреш иҡтисадтың бюджет тармағында эшләгән -1,6 миллион, реаль секторҙағы-1,4 миллион хеҙмәткәргә ҡағылды. Минималь эш хаҡы күләмен йәшәү минимумына күтәреү өсөн федераль һәм төбәк бюджеттарынан 40 миллион һумға яҡын өҫтәмә аҡса бүленде. Яңы йылдан минималь эш хаҡы 117 һумға,11163 -11280 һумға күтәреләсәк тип көтөлә. Шулай уҡ 15 % урал коэффициенты ла өҫтәләсәк. Хеҙмәткә түләү асыҡ һәм конверттарҙа булмаясаҡ.

Үткән йылдың тағы ла бер мөһим социаль темаһы алданған иғәнәселәр мәсьәләһе. "Серебряный ручей", "Новобулгаково", "Миловский парк"та тотҡарланған төҙөлөш бәләһе. Улар бөтәһе лә башҡалаға яҡын урынлашҡан. Төҙөүсе ойошмалар халыҡтың ышанысын аҡламаны.

Яңы йылдан төҙөлөштә ҡатнашыу фатир һатып алыусылар өсөн хәүефһеҙ буласаҡ. Экскроу иҫәптәр асыу-төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың аҡсаларын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк. Төҙөлөшкә һалған аҡсалар төҙөүсе ойошмаға түгел, ә банктың махсус иҫәбендә ятасаҡ. Был аҡсаларҙы төҙөүселәр йортто тулыһынса файҙаланыуға тапшырғас ҡына аласаҡ, ә төҙөүсе ойошма банкрот тип иғлан ителгән осраҡта, аҡсалар тиненә тиклем иғәнәселәргә ҡайтарыласаҡ. Өфөлә бындай система буйынса беренсе йорт төҙөлөшө башланған да инде.

Мәктәп автобустары паркы ла яңыртыла.Төбәктә бөтәһе 1289 мәктәп автобусы иҫәпләнгән. Уларҙың 55 авария хәлендә булыу сәбәпле, ҡулланылмай. Ун йылдан ашыу йөрөгән автобустар мәктәп маршруттарынан алына. Быйыл райондарға 217 яңы газель һәм Паз автобустары ҡайтарылды. 40 000 ашыу мәктәп уҡыусыһын 1200 тәжрибәле водитель белем усағына ташый. Балаларҙы йөрөтөүсенән тәжрибә лә талап ителә. Водительдәрҙең стажы 10 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.

2018 йылда төбәк мәктәптәренә 183 автобус алынған, уларҙың 88 һигеҙенә сығымдар федераль бюджеттан бүленгән. 2019-сы йылда иһә тағы ла яңы 170 автобус алыныу күҙаллана.

Башҡортостан Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, йыл тамамланыуға республика мәктәптәренә барлығы 129 яңы автобус ҡайтарыласаҡ. Бының өсөн төбәк ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 242 миллион һум аҡса бүленде. Әлеге ваҡытта мәктәптәр автбустар менән 98,8 процент тәьмин ителгән. Яңы уҡыу йылынан был күһәткес 100 процент тәшкил итергә тейеш.

Автор: Гүзәл Борханова.

Йылдың иҡтисади һөҙөмтәләрен барлағанда әлегә рәсми рәүештә үткән туғыҙ айға ғына йомғаҡ яһау мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество