Башҡортостанда ғына Ғаилә министрлығы бар

Башҡортостанда ғына Ғаилә министрлығы бар https://bash.news/news/87320_bashortostanda_yna_ail_ministrlyy_bar
31 дек 2018, 00:13

Дәүләт нигеҙе – ғаиләләрҙе нығытып беҙ ҙә бәхетле тормош ҡорасаҡбыҙ. Ә һуңынан инде бәхет министрлығын да ойошторорбоҙ. Ә яңы ведомствоның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһен әле үк һиҙергә мөмкин. Улар тураһында тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Өлгө алырлыҡ, һоҡланғыс ғаиләләр республикабыҙҙа бихисап. Дәүләкәндән Ҡорманаевтар ҙа был алтын һүҙҙәрҙе дәлилләй. Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә улар. Өлкән улдарына ун биш йәш булһа, кескәй Сабинаға ни бары ун ай ғына. Ғаилә йылында донъяға килгән ҡыҙ йортҡа йылылыҡ, именлек өҫтәй.

Гөлназ Ҡорманаева, 9 бала әсәһе: “Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Беҙ үҙебеҙҙе иң бәхетле атай-әсәй тип уйлайбыҙ. Дәүләт тә ярҙам итә. Бына алты йөҙ мең аҡса ла бирҙеләр. Машина алдыҡ, өйөбөҙҙөң ҡыйығын яңырттыҡ. Был йыл беҙгә ныҡ бәхетле булды”.

Һөйөнөслө яңылыҡ. Хәҙер алты йөҙ мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына 8 бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ҙә дәғүә итәсәк. "Әсәлек даны" миҙалын алыусыларға бер тапҡыр түләнә торған матди ярҙам күләме лә ун биш мең һумға тиклем арта. Бынан тыш, күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан да азат ителә. Башҡортостанда ғаилә мөнәсәбәттәрен көйләүсе айырым ведомствоның булыуы ла - социаль яҡтан халыҡтың икеләтә яҡланыуына ишара.

Фәнил Фәйзуллин, Философия фәндәре докторы, профессор: “Ғаилә мәсьәләләрен хәл итеү, уларҙың иҡтисади-матди мөмкинлектәрен арттырыу йәһәтендә, әлбиттә, Башҡортостанда күп кенә эштәр эшләнә. Башҡа республикаларҙан айырмалы”.

Ныҡлы ғаилә терәгенән тыш республика үҫешен күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел. Биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт ярҙамы ла ике тапҡырға - ярты миллиард һумғаса артыр тип көтөлә. Әсәләргә декреттан һуң эшкә сығыу өсөн дә шарттар булдырыу мотлаҡ. 2021 йылға тиклем төбәктә 49 яңы балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк.

Республикала "Ҡиммәтле бала эра"һы башланды. Төп иғтибар - тыуым күрһәткестәрен яҡшыртыуға, ғаиләләргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелә. Әсә ҡарынында яралған сабыйҙың киләсәге бәхетле булырға тейеш. Лайыҡлы быуын тәрбиләләү, ғаилә ҡиммәттәрен тәүге урынға ҡуйыу - ил сәйәсәтенең дөрөҫ йүнәлештә булыуын дәлилләй.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәткә мәктәпкәсә учреждениеларҙа ата-әсәләрҙең айлыҡ түләүҙәрен компенсациялауға ла миллиард һум аҡса бүлергә ҡушты.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Правительство Башкортостана будет создавать новые стимулы для демографического роста. Я хотел сказать, что взял под личный контроль все те проблемы, которые связаны с развитием инфраструктуры для наших детей, строительство школ, поликлиник, образовательных учреждений. Чтобы детям было где учиться, лечиться, получать дополнительное образование и развиваться”.

Башҡортостанда "Ғаилә навигацияһы" проекты ла үҙ эшен башлағайны. Айырылышырға теләгән парҙар өсөн ете муниципалитетта килешеү бүлмәләре булдырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир һәм ҡатын араһында мөнәсәбәттәрҙең насарайыу сәбәптәре араһында - түлһеҙлек проблемаһы ла бар. Был йәһәттән республика перинаталь үҙәге белгестәре лә быйыл йөҙҙәрсә ғаиләне тарҡалыуҙан аралай.

Рәмилә Үҙәнбаева, Республика перинаталь үҙәгенең ярҙамсы репродуктив технологиялар бүлеге мөдире: “Беҙҙең йәшәйештең дауамы - ул бала табыу бит инде, нәҫелде дауам иттерергә. Әгәр ҙә ғаиләлә бала юҡ икән, әлбиттә, был бик сетерекле мәсьәлә. Шуның өсөн беҙҙең төп бурысыбыҙ - түлһеҙ ғаиләләргә ярҙам итергә. Атай-әсәй булыу, бала һөйөү бәхетен кисерергә ярҙам итеү”.

Сәләмәт ата-әсә - сәләмәт киләсәк тигән һүҙ. шуға ла Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә юғары иғтибар булыуы мотлаҡ. Төбәктең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы тарафынан ойошторолған "Ир-егеттәрҙе яҡлайыҡ" акцияһы ниһайәт ил кимәлендә лә хуплау тапты.

Рәшиҙә Солтанова, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе: “Әгәр ҙә ирҙәр һау булһа, ғаиләләр ныҡ була. Демография буласаҡ. Һау, матур балалар тыуасаҡ”.

Ғаилә институтын нығытыу, ғаилә сәйәсәтенә иғтибарҙың юғары булыуы - республиканың социаль-иҡтисади үҫешен алға әйҙәй ҙә инде.

Бөгөн Башҡортостанда илле меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 160 меңгә яҡын бала тәрбиәләнә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты бирмәй. Тыуым, ғүмер оҙонлоғо артһын өсөн власть органдары тарафынан махсус программалар ҙа ҡабул ителә.

Сәхнәлә Зәйнетдиновтарҙың ҙур ғаиләһе. Милли музыка ҡоралын үҙ иткән ҡандаш туғандар халыҡҡа рух күтәренкелеге тарата. Башҡортостанда үтәсәк Фольклориадаға 2020 ҡубыҙсы йыйыу маҡсаттары. Коллективҡа йән өрөүсе Гөлгөнә һәм Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтар Ғаилә йылына арналған "Өлгө ал!" республика конкурсында еңеү яулап та, меңдәрсә кешелә сәнғәткә һөйөү уятты.

Миңдеғәфүр Зәйнетдинов, "Өлгө ал" Республика конкурсында еңеүсе: “Ҡубыҙ бик файҙалы - музыка ҡоралы. Һаулыҡты нығыта, кешенең сәләмәтлеген яҡшырта. Шул уҡ ваҡытта кәләшем төрлө милли биҙәүестәр эшләй. Халҡыбыҙға беҙ матурлыҡ таратабыҙ, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тип юҡҡа әйтмәйҙәр”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостанда ғына Ғаилә министрлығы бар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Банер уфимская волна