Быйыл республика ауыл хужалығы һанлы форматҡа күсә башланы

Быйыл республика ауыл хужалығы һанлы форматҡа күсә башланы https://bash.news/news/87321_byjyl_respublika_auyl_xuzhalyy_anly_formata_ks_bashlany
31 дек 2018, 00:36

Йәғни, баҫыуҙарҙы дрондар күҙәтәсәк, малдарҙы ла роботтар тәрбиәләй, ә иң мөһиме һәр гектар иҫәптә буласаҡ. Ҡайһы баҫыуҙа нимә үҫкәне, сәселгәнме, әллә алабута баҫҡанмы, барыһы ла бер телефонда күренеп торасаҡ. Ауыл хужалығындағы ноу-хау тураһында беҙҙең сайтта.

Кеҫә телефонында хужалыҡтың көнитмеше. Техникалар ҡайһы баҫыуҙы иңләй, күпме уңыш ура, һауым күләме нисек, хеҙмәткәрҙәр ниндәй эштәр менән мәшғүл. Бер нисә йыл элек кенә кеше ышанмаҫлыҡ технологиялар хәҙер Башҡортостанда ла бойомға ашырыла. Стәрлетамаҡ районының "Салауат" агрофирмаһы етәкселеге быйылдан заманса аппарат ярҙамында идара итеү алымына күскән. Бар мәғлүмәттәрҙең дә ус төбөндә булыуы күрһәткестәрҙең яҡшырыуына, хеҙмәткәрҙәрҙең тағы ла тырышып эшләүенә килтергән.

Мәҫәлән, Айгиз Сәлмәнов "Акрос" комбайнында 1 857 тонна ашлыҡ һуғып алыуға өлгәшкән. Бындай күрһәткес менән уңған егет республикала алдынғы урындарҙың береһен яуланы һәм еңел автомобиль менән бүләкләнде. Айгиздән тыш, республиканың тағы ла алдынғы туғыҙ комбайнсыһы "Шевроле Нива"лы булды.

Быйыл республика 3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алды. Бер үк ваҡытта хужалыҡтар беҙҙең төбәк өсөн традицион булмаған юғары табышлы культураларға иғтибарын арттырҙы. Һынау рәүешендә үҫтерелгәндәре урындағы тәбиғәт шарттарында ла сағыштырмаса яҡшы уңыш бирҙе. Был үҙ сиратында предприятиеларға донъя баҙарына юл асты. Атап әйткәндә, Шишмәләге завод рапстан һығылған майҙың тәүге партияһын экспортҡа оҙатты.

Дөйөм алғанда, быйыл республиканан сит илдәргә 55 миллион доллар күләмендә ауыл хужалығы продукцияһы һатылған. Етештереүселәргә шулай уҡ тәүге тапҡыр иген биржаһын файҙаланып ашлыҡты аралашсыһыҙ һатыу мөмкинлеге бирелде. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтар фәнгә ҡоролған юғары үҫемселек технологияларын да әүҙемерәк ҡуллана. Был йәһәттән Ғафури районының "Сатурн" крәҫтиән-фермер хужалығы аҡыллы сәскестәр ярҙамында гектар ҡеүәтен бер нисә тапҡырға арттырыуға өлгәште.

Малсылыҡ тармағына ла роботтар килә. Быйыл Әбйәлил районы "Красная Башкирия" хужалығында заманса һөт-тауар фермаһы төҙөлә башланы. 800 һыйырға иҫәпләнгән ферманың төп үҙенсәлеге - эшсе ҡулдарҙан арынып бар мәшәҡәттәрҙе лә заманса техникаларға йөкмәтеү. Киләсәктә был тәжрибәне республиканың башҡа төбәктәренә лә таратыу ҡаралған. Әйткәндәй, республикала ғәмәлгә ашырылған һәм киләсәктә ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән 100 миллиард һумға яҡын инвестиция проекттары иҫәпләнә. Әле Ауырғазы, Борай, Йәрмәкәй,Ҡалтасы, Яңауыл һәм тағы ла бер нисә төбәктә малсылыҡ комплекстары төҙөлә. Хужалыҡтар шулай уҡ тоҡомло малдар һатып алыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Күптән түгел Ейәнсура районында урынлашҡан буш торған ҡураларға сит илдән 500-гә яҡын тоҡомло таналар алынды. Инвестор был малдарҙан йылына 10 мең килограмдан күберәк һөт һауырға ниәтләй.

Үткән йыл Туймазы һәм Бүздәк райондарында таралған бешмә сире күптәрҙе оло хафаға һалғайны. Шулай ҙа быйыл мал ауырыуҙары менән хәл тотороҡло ҡалды. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигәндәй, әлеге ваҡытта шәхси ихаталарҙағы малдарҙы идентификациялау бара. Хәҙер мал-тыуарҙан алынған барлыҡ продукция сертификация менән оҙатыла, шулай уҡ аттарға, һыйырҙарға һәм кәзә-һарыҡтарға махсус биркалар ҡуйыла. Киләһе йылдан сират эт-бесәйҙәргә лә етәсәк. Был эш йорт хайуандары иҫәбен белергә, йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына сик ҡуйыу өсөн эшләнелә. Ошондай уҡ чиптарҙы умарталарға ла беркетергә ҡарар ителде.

Быйыл Рәсәйҙә мал итен һатыуға сығарыуҙы сикләүсе регламент та ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, сауҙаға тәғәйенләнгән ит мотлаҡ рәүештә мал һуйыу цехтарында эшкәртелергә тейеш. Кире осраҡта ветеринарҙар рөхсәт ҡағыҙы бирмәйәсәк. Әйткәндәй, быйыл республикала ит етештереү күләме кәмәгән. Быға тәү сиратта Мәләүез районындағы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексының бөлгөнлөккә төшөүе булышлыҡ иткән. Уның ҡарауы, республика яңынан ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Быйыл ғына 117 ҡулланыусылар берләшмәһе теркәлгән.

Ҡояштың беренсе нурҙарына тиклем ярты эшен тамамлаған ауыл кешеләре яңы йылға ышаныслы аҙым менән аяҡ баҫа. Улар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте һәм әлбиттә, дәүләттән күрһәтелгән ярҙам менән хужалыҡ эштәренең бар йүнәлештәрендә лә яңынан-яңы бейеклектәр яулай. Ауыл хужалығына шундай иғтибар булғанда ғына тармаҡта етди һөҙөмтәләргә, тотороҡло үҫешкә ирешергә мөмкин.

Автор: Илдар Байбулатов.

Быйыл республика ауыл хужалығы һанлы форматҡа күсә башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров