Йыл тетрәнеүҙәре

Йыл тетрәнеүҙәре https://bash.news/news/87322_jyl_tetrnere
31 дек 2018, 01:06

Ғәҙәттән тыш хәлдәр бигүк күҙәтелмәһә лә, тотош илдә шау-шыу тыуҙырған ваҡиғалар булды. Әйтергә кәрәк, һис көтмәгән ерҙә. Үҙҙәре үк тәртип урынлаштырырға тейеш, хоҡуҡ һағында тороусы, халыҡты яҡлаусы кешеләр араһында. Республикала полиция, прокуратура рәттәрендә теркәлгән башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр республика данын тамам ҡаҡшатты. Хәйер, был ваҡиғаларҙы ла ғәҙәттән тыш иҫәбенә индерергә мөмкин. Нимә менән кире яҡтан дан алдыҡ?

Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында йәшәүсе Фәтих Юлдашбаевтың шатлығы эсенә һыймай. 4 ай көткән фатир асҡыстарын алыу ысын мәғәнәһендә иҫтәлекле ваҡиға.

Уҙамандың яңы йортҡа күсеү тарихы аяныслы. 20 сентябрҙә ул быға тиклем йәшәгән йортта газ шартланы. Емереклектәр аҫтында Фәтих Юлдашбаев һөйөклө ҡатынын юғалтты, үҙенең сәләмәтлегенә лә зыян килде. Ул һаман да насар ишетә. Олокүл ауылында теркәлгән шартлауҙа ике кешенең ғүмере ҡыйылды, тағы ике кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Дүрт ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды. Әммә ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре тиҙ арала бөтөрөлөдө. Яңы йыл алдынан иҫәндәрҙең барыһы ла йорт туйланы.

Ҡәҙерләп үҫтергән сабыйҙарғың ғүмере ҡыйылыуы бигерәк аяныслы хәл. Ҡыҙғанысҡа быйыл да утта 10 бала һәләк булды. Шуларҙың яртыһы декабрь айында. Туймазы районы Ҡандра һәм Иҫке Ҡандра ҡасабалары 2018 йыл тарихына фажиғәле ике янғын осрағы менән инеп ҡалды. Утта тәүҙә өс бер аҙна самаһы ваҡыт үткәндән һуң ике бала һәләк булды. Тәүге осраҡта әсә кешенең ғәйебе бар ти урындағы хакимиәт вәкилдәре.

Янғын олоно ла кесене лә аямай. Шуға ла балаларҙы уттан ҡурсалау тәү сиратта ата-әсәләрҙең бурысы. Онотмағыҙ - уттан ҡалмай, уттан бер нимә лә ҡалмай.

Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “Әгәр ҙә был балаларҙың әсәләре уларҙы бер үҙҙәрен ҡалдырмаһа, балалар иҫән ҡалыр ине”.

2016 йылда янғында балаларҙың үлем осраҡтары йышайыуын иҫәпкә алып республика Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ишле ғаиләләргә янғын иҫкәртеү ҡоролмаларын ҡуйыу эшен башлап ебәргәйне. Хәҙер улар бала табыу йортонда һәр ғаиләгә бүләк итеп таратыла. Төтөн еҫенә һиҙгер ҡоролма күп кенә кешенең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрҙө тигән фекерҙә белгестәр.

Яҙғы ташҡын быйыл республикала тыныс үтте. Уның ҡарауы, Өфө урамдарын йәйге ҡойондар ваҡытында һыу баҫты. Был инде баш ҡала өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Коммуналь инфраструктура, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу өсөн коллекторҙарҙың заман талаптарына тура килмәүе сәбәпле урамдарҙан быйыл да даръялар аҡты.

Быйыл республиканың тәртип һаҡлау органдарын ришүәтселек күренештәре тетрәтте. Һөйгәненә рауза гөлләмәһен урынына аҡ "Мерседес" бүләк иткән полиция хеҙмәткәре рәшәткә артына оҙатылды. Совет районы прокуроры бүлмәһендә тамғаланған аҡсалар менән тотолдо. Һуңынан уның байтаҡ ҡына мөлкәте булыуы ла асыҡланды. Күп тә үтмәй республика прокурорының беренсе урынбаҫарының эш бүлмәһенә тентеү менән килделәр. Ул сит илгә ҡасырға йыйынғанда ҡулға алынды. Йыл аҙағына табан хеҙмәттәшенең намыҫына ҡул һуҙған өс олпат полиция хеҙмәткәре тотош республиканы шаҡ ҡатырҙы. Мундирға тап төшөргән хеҙмәткәрҙәрҙең енәйәт эштәре әле тикшерелә. Уларҙың һөҙөмтәһе республика йәмәғәтселегенә лә еткерелер тигән ышаныс бар.

Рәшит Монасипов, тәртип һаҡлау органдары ветераны: “Ҡыҙғаныстарға ҡаршы, насар күренештәрҙән йәмғиәтебеҙ тулыһынса арына алмай. Бының менән бөтә намыҫлы граждандар көрәшергә тейеш”.

Сибай төтөн эсендә. Урал аръяғы райондарының баш ҡалаһы халҡы көкөртлө водород һуларға мәжбүр булды. Асыҡ ысул менән баҡыр рудаһы сығарылғандан һуң карьер тәрбиәләнмәй. Һөҙөмтәлә уның төбөндәге мәғдән окисләнә башлай. Химик реакция һөҙөмтәһендә таш баҫҡып яна һәм ағыулы төтөн бүлеп сығара.

Урал Ураҡсин, Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы, Сибай ҡалаһының 1974-1994 йй. баш архитекторы: “Һәр ваҡыт ҡыуанып, маҡтанып торабыҙ. Иң ҙкр карьер беҙҙә, имеш. Ә тәбиғәтте һаҡлау саралары күрелмәне”.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә Сибайҙа юғары әҙерлек тәртибе иғлан ителде. Һауалағы көкөртлө водород күләме билдәләнгән нормаларҙы үткән осраҡта халыҡты эвакуациялауға әҙерлек тә барҙы. Шөкөр талап ителмәне. Әйткәндәй,

Быйыл республикала 112 ашығыс ярҙам телефоны тулы ҡеүәтенә эш башланы. Быға тиклем ул тест үтте. Берҙәм номер ашығыс хеҙмәттәрҙе иҫкәртеүҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу маҡсатында ойошторолдо.

Күккә олғашҡан биналар, юғары технологиялар дәүерендә йәшәйбеҙ. Кәрәкле мәғлүмәтте табыу өсөн хәҙер бармаҡ менән төртөү ҙә етә. Әммә ярҙам кәрәккәндә күп осраҡта битарафлыҡ ҡамасаулай. Шуға ла Яңы йылда бер-беребеҙ һәм тирә-яҡтағыларға иғтибарлы булырға саҡырам. Онотмағыҙ, ашығыс ярҙам һандары 112.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Йыл тетрәнеүҙәре

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Когда отремонтирую ваш подъезд