Хәҙер Башҡортостанда ял итеү модала

Хәҙер Башҡортостанда ял итеү модала https://bash.news/news/87323_xer_bashortostanda_yal_ite_modala
31 дек 2018, 01:12

Республика раштыуа каникулдарын уҙғарыу өсөн илдең иң билдәле ун төбәге исемлегенә инде. Һәм ғөмүмән, туризм өлкәһендә ҡаҙаныштар байтаҡ. Турист бренды буйынса милли рейтингта беҙ беренсе урынды яуланыҡ. Яҙын тау саңғыһы шыуыу өсөн иң ҡулай курорт рейтингында икенсе, күл ярында урынлашҡан курорттар рейтингында өсөнсе урынды биләйбеҙ.

Әлбиттә, барыбыҙҙың да был курорттарҙа ял итергә хәлебеҙҙән килмәй, шулай ҙа кеше ял итеүенән килем алабыҙ. Быйыл туғыҙ айҙа күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 13 миллиард һумдан ашҡан. Башҡортостанға 2 миллион ярым турист килгән. Киләсәктә был һандар тағы ла артыр тип көтөлә. Сөнки, республиканың хәҙер барыһына ла танылып торған үҙ бренды бар. Терра Башкирия. Бына ошо һүрәтте күреү менән һәр кемдең иҫенә Башҡорторстан төшөргә һәм түҙеп торғоһоҙ итеп беҙгә килеү теләге уянырға тейеш.

TERRA BASHKIRIA. Йә иһә башҡорт ере. 2018 йылда туризм өлкәһенә индерелгән яңы бренд атамаһы. Уның артында Башҡортостандың бар хозурлығы йәшерелгән тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Ябай, бер үк ваҡытта заманса яңғырашлы ла. Ул шундай билдәлелек алды, хатта сит ил туроператорҙарын да ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Ни тиһәң дә, тик Башҡортостанда ғына башҡа төбәктәргә хас булмаған үҙенсәлек бар. Тотош донъя буйынса тик беҙҙең республикала ғына һаҡланып ҡалған солоҡсолоҡ кәсебе, әленән әле ғалимдар осона алмаған "Шүлгәнташ" мәмерйәһе, бер ерҙә лә тиңе булмаған Сармат алтындары коллекцияһы һәм башҡалар.

Әйткәндәй, яңы бренд төбәк эшҡыуарҙары эшен тағы ла йәнләндермәксе. Башланғысҡа нигеҙ һалынды ла инде. Хатта, уҙҙырып та ебәрҙе тиһәң дә хата булмаҫ. 2018 йыл республика өсөн ғөмүмән, этно стилдәге тур проекттары менән байытылды. Ҡайһыһын ғына миҫалға алма, барыһы ла Башҡортостандың киң яҡлылығын күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. "Башҡорт килене" генә мәҫәлән.

Тарихи үткәндәргә ҡайтыу тип тә әйтергә мөмкин. Тур проектында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар традицион мәҙәниәт үҙенсәлектәре менән яҡындан танышып ҡына ҡалмай, оҫталыҡ дәрестәрендә үҙҙәре лә һынай. Башҡорт орнаменттарын баҫыу, аҫалы балаҫтар һуғыу шуларҙың береһе. Ә төп тәғәйенләнеше өлгөлө ғаиләләр менән таныштырыу. Әйткәндәй, хәҙер йолаға әйләнгән курорт һабантуйы ла хәҙер милли туристик брендҡа әйләнде.

Салауат Нафиҡов: “Йыл һайын был бар, шул бар, тип матур һөйләйбеҙ. Был өлкәлә беҙгә эшләргә лә, эшләргә”...

Тәү ҡарашҡа ябай тау тоҡомо булып күренһә лә, шулай ҙа ул донъя әһәмиәтендәге һанала. Юҡҡа ғына ул ил ғалимдарын ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Ғафури районында быйыл Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып "Алтын ҡаҙаҡ" ҡағылды. Ул Халыҡ-ара стратиграфик геология объекты эталоны тигәнде аңлата. Геология өлкәһе өсөн ҙур яңылыҡ та булып тора. Миллиондарса йыл иҫәпләнгән ташты ябай күҙ менән ҡарағанда ла төрлө организм ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин. Уның араһында флора һәм фауна эҙҙәре лә бар. Цемент ҡушылмаған, ул тик органоген эзбизташтан тора. Шуға ла таш тигәндәрендә ниндәй микрорганизм барлығын урында уҡ билдәләп була.

2018 йыл яңылығы шулай уҡ туристар ағымын арттырыуҙан тыш, донъя ғалимдарында ҡыҙыҡһыныу ҙа уятыуы ихтимал. Стратиграфик шкала ярҙамында тау тоҡомдарының йәше, эволюцияға бирелгән организмдар өйрәнеләсәк. Белгестәр әйтеүенсә, Ғафури районынан тыш, республиканың тағы биш урынына шулай уҡ "алтын ҡаҙаҡ" ҡағылыуы ихтимал. Был исемлектә Салауат районының "Янғантау" геопаркы ла бар.

Әйткәндәй, был яңылыҡ иһә Францияла үткән ЮНЕСКО вәкилдәре осрашыуында ла күтәрелде. Рәсәйҙә "Янғантау" исемле тәүге глобаль геопарк булдырылыуға нигеҙ һалынды. Әлегә проект раҫланмаған. Шулай ҙа, Яңы 2019 йылда Халыҡ-ара кимәлдәге статус аласағы билдәле. Янғантау менән бергә Парижда шулай уҡ, "Шүлгәнташ" мәмерйәһен дә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Ошо уҡ миҫалда Францияла эшләй. Шове һәм Ласко мәмерйәләре туристар өсөн тулыһынса ябылған. Башҡортостанда төҙөләсәк музей өсөн республика ҡаҙнаһынан 350 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Комплекста Шүлгәнташтың тулы күсермәһе урын аласаҡ. Ә зал эсендә палеолит осорондағы ташҡа төшөрөлгән һүрәттәр буласаҡ. Ҡурсаулыҡ итәгендә амфитеатр, сауҙа рәттәре һәм ҡунаҡ тирмәләрен урылаштырыу күҙаллана. Тәүге ҡунаҡтарҙы бер-нисә йылдан ҡабул итәсәк.

Кинйә Күскилдин, Башҡортостандың туризм индустрияһы союзы рәйесе: “Ысынлап та, быйыл туристар ағымы күп булды. Киләһе йылда ла ошо юҫыҡта дауам итеү кәрәк”.

Урал легендаһы быйыл икенсегә рельсҡа сыға. Башҡортостанда Яңы Абҙаҡ тау саңғыһы курортына тимер юлы маршруты менән генә былтырғы миҙгелдә 10 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Туристар хәрәкәтен тәьмин итеү маҡсатында булдырылған электричка урындағы халыҡ өсөн дә уңайлы транспорт сараһына әйләнде.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Хәҙер Башҡортостанда ял итеү модала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд