Йылдың мәҙәни тормошона йомғаҡ

Йылдың мәҙәни тормошона йомғаҡ https://bash.news/news/87324_jyldy_mni_tormoshona_joma
31 дек 2018, 01:24

Һис шикһеҙ, йыл кешеһе итеп Камил Буҙыҡаевты тәҡдим итергә була. Рәссам карикатура сәнғәтен яңы кимәлгә күтәрҙе. Үҙенең һүрәттәре менән ул журналистиканың иң үткер ҡәләменә әйләнде. Күптәр хатта, Буҙыҡаевтың рәсемдәренә ҡыҙығып ҡына ваҡиғаны ентекләберәк өйрәнә башланы. Башҡортостан, тотош ил кимәлендәге түрәләр, билдәле шәхестәр уның карикатураһы геройҙарына әйләнде. Күптәр юморҙы аңлаһа, бәғзеләр рәссамды дошманы итеп ҡабул итте.

Милли мәҙәниәт быйыл кинематография үҫеше менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Башҡортостанда бығаса булмаған әүҙемлек менән фильмдар төшөрөлдө. "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Өс таған", "Беренсе республика", ә инде ҡыҫҡа метражлы, һәүәҫкәр картиналар тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Әммә, был кинотаҫмалар киләһе йыл ғына экранға сығасаҡ. Ә әлегә уларҙың нисек төшөрөлгәнен генә ҡарай алабыҙ.

Тиҫтерҙәре рәхәтләнеп тау шыуғанда, алты йәшлек Арыҫлан яңы һөнәр үҙләштерә. Зирәк, алсаҡ малай фильмда төшөргә саҡырылған. Хәҙер ул бер нисә-ай Йәмил образында. Бының өсөн ҡала малайына ауыл тормошона төшөнөргә һәм Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡырға тура килгән.

Арыҫлан Ҡырымсурин, Йәмил ролен башҡарыусы: “Ҡыҙыл мәлдәр съемка ваҡытында күп булды инде ул. Мәҫәлән, мин йөҙә белмәйенсә, һеңлемдең башмағын ҡотҡарыр өсөн һыуға сумдым. Ҡышҡы съемка ваҡытында күрше урам малайҙары мине ҡоймаға элеп киттеләр, ярай председатель юлымда тап булып, мисә систе унан. Ә! Тағы ла бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә килеп төштө!”

Хәйер, ҡалғанын үҙебеҙ кинола ҡарарбыҙ. Режиссер Александр Галибин 90 миллион һум грантҡа төшөрөлгән фильмды Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейына бағышлай.

Ғөмүмән, быйыл республикабыҙ бәләкәй голливудты хәтерләтте. Бер үк ваҡытта төйәгебеҙҙең икенсе мөйөшөндә Айнур Асҡаров яҙыусының "Өс таған" әҫәре буйынса өр-яңы кино төшөрҙө. Ғафури районының Толпар ауылы осраҡлы һайланмаған, хозур тәбиғәт повестың сюжетына тап килә. Өс малайҙы тотош район-ҡалалар буйлап эҙләһәләр, күп кенә ролдәрҙә ауыл халҡы ҡатнаша.

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейына арналған "Беренсе республика" фильмын да монтажлау эштәре бара. Тарихи ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырған картинала ауыр шарттарға ҡарамай театр ойоштороусылар, уларҙың беренсе актерҙары, әҙәбиәт, матбуғат һәм башҡа тарихи ваҡиғалар тулы дөрөҫлөгөндә күрһәтелә.

Булат Йосопов, "Беренсе Республика" фильмы режиссеры: “Бөтә команда менән тарихыбыҙҙы ныҡлап өйрәндек. Шунһыҙ сифатлы кино төшөрөп булмай. Вәлиулла Мортазин-Иманский, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡа образдар аша шул дәүерҙе күрһәтергә тырыштыҡ”.

Тап улар ойошторған театрҙар бөгөн дә республика халҡы рухиәтен байыта. Сәхнәләрҙә даими, береһен-береһе уҙҙырып, төрлө жанрҙағы спектаклдәр ҡуйыла. 2019 йылдың Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителеүе республика сәхнәһендә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ спектаклдәр ҡуйылыр, ә тамаша залдары халыҡ менән шығырым тулы булыр, тигән ышаныс уята.

20 телгә тәржемә ителгән "Зөләйха күҙҙәрен аса" романын бөтә донъяла яратып уҡыһалар, иң беренсе сәхнәгә уны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алып сыҡты.

Айрат Абушахманов, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры: “Мин спектаклде үҙ һорауҙарыма яуап бирерлек, ҡәнәғәтләндерерлек итеп эшләргә тырышам. Юғиһә, ниндәй файҙа?! һәм шундай сәхнә әҫәрҙәрен тамашасы ла ныҡ яратып ҡабул итә”.

Шуға ла сәхнә әҫәренең Рәсәйҙәге иң абруйлы "Алтын битлек" премияһына бер үк ваҡытта 6 номинация буйынса дәғүә итеүе аңлашыла.

Шулай ҙа сәнғәт донъяһында иң ҡиммәтле бүләкте Башҡортостанда үткән фестивалдә Испания ҡыҙы Мария Дуэньянс яуланы. Йәш музыкант Владимир Спиваковтың II халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында 9 миллион һумлыҡ музыка ҡоралы менән бүләкләнде.

"Шаляпин кисәләре" фестивале Өфөнө ике аҙнаға мәҙәни мәккәгә әйләндерҙе. Тамашасылар бөтә Рәсәй ҡалаларынан, хатта сит ил йырсылары башҡарыуында билдәле әҫәрҙәр ҡарап, тыңлап кинәнде. Беҙҙекеләр ҙә башҡорт мәҙәниәтен Бөтә Рәсәй, хатта донъя кимәлендә лайыҡлы күрһәтте.

Йәш йондоҙҙар, ижадсылар ҙа һынатманы."Оркестр" ҡыҙыҡай Ләйсән Золотарева Владимир Путин алдында сығыш яһаһа, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллина Ҡафтауҙы шаулатып, "Заһиҙә" лирик бейеүе менән Чечен республикаһында үткән конкурста еңеү яуланы.

Миләүшә Хәйбуллина, Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы: “Ул бейеүҙе күреп шаҡ ҡаттылар! Мине килеп тотоп ҡарайҙар! Хатта үҙемә статуэка тип исем ҡуштылар. Мин ғорурлыҡ менән алтын фондҡа ингән Заһиҙә бейеүен бейенем”.

Республика район һәм ҡалаларында ла халыҡтың мәҙәни тормошон йәнләндереү эштәре йылдам бара. "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә ауыл клубтарына тейешле ярҙам күрһәтелде, һөҙөмтәлә мәҙәниәт усаҡтары ремонтланып, музыка ҡоралдары менән байытылды.

"Башҡортостан тарихы биттәре" фестиваль-марафоны төпкөл ауылдарҙа ғына ҡайнап йәшәгән үҙешмәкәр артистарға ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеген бирҙе. Күләмле сара республиканың 100 йыллығы уңайынан аҙна һайын ойошторолдо. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрам дуҫлыҡ, татыулыҡ төшөнсәләрен нығытты.

Ғөмүмән, республика Рәсәйҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнә бара. Өфөлә уҙғарылған асыҡ һауалағы классик музыка һәм фольклор байрамдары, этно төн проекттары, милли кейемдәр парады быйыл да меңәрләгән тамашасыны йәлеп итте.

Күләмле тамашалар 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына етди әҙерлек булып тора. Республика байрамды ойоштороу буйынса өлөшләтә һынауҙы уңышлы үтте тип әйтергә була. 11 көн дауамында СИОФФ етәкселеге һәм уның ағзалары Башҡортостан менән танышып, яҡшы тәьҫорат алды.

Шулай ҙа республиканың мәҙәни донъяһында быйыл иң көтөп алынған ваҡиға ҡурайҙың патент алыуы булғандыр. Бынан ары сикһеҙ моң сығанағына дәғүә белдереүселәр тартҡылашмаҫ, киләсәктә данлы, хәҙер инде законлы ҡурай үҫешер, тамашасыны тағы ла һоҡландырыр, тип ышанырға ҡала.

Автор: Фәниә Юланова.

Йылдың мәҙәни тормошона йомғаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа