Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Арина һәр кескәй бала кеүек Яңы йылдан мөғжизә көтә

Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Арина һәр кескәй бала кеүек Яңы йылдан мөғжизә көтә https://bash.news/news/87325_fl_jshse_ete_jshlek_arina_r_keskj_bala_keek_yay_jyldan_mzhiz_kt
31 дек 2018, 01:28

Быға тиклем йөрәк етешһеҙлегенән интеккән сабый, быйыл ниһайәт, байрам шыршыһын биҙәй ала. Ҡыҙҙың йөрәгенә имплант урынлаштырылған. Ә окклюдерҙы һатып алыу “Русфонд» ойошмаһы менән Башҡортостан юлдаш телеканалы берлектә ойошторған акция иҫәбенә башҡарылған.

Алина Ҡорбанова, Аринаның әсәһе: “Ҡыҙым тураһында видеояҙма Башҡортостан юлдаш телеканалында быйыл май айында сыҡты. Тиҙ арала 200 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Бөтәһенә лә рәхмәтемде еткерәм”.

Быйыл Арина кеүек сәләмәтлеген яҡшыртыуға мохтаж 168 балаға телевизор ҡараусыларҙың СМС хәбәрҙәре һәм тағы башҡа төрлө иғәнәләр менән 55 миллион һум аҡса тупланған. Ауырыу балаларға мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ҡаралмаған дауалау курстары үткәреүгә, йә препараттар һатып алыуға был ҙур ярҙам. Ошондай акцияларҙа хатта сит илдә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша, сөнки милли каналды донъяның теләһә ниндәй мөйөшөндә ҡарап була.

Киң мәғлүмәт сараһы ваҡиғаларҙы төшөрөп күрһәтеү менән генә сикләнмәй. Төбәк телевидениеһы алыҫ араларға ла, йылғалар аша ла күпер һала, янғындан зыян күргән ғаиләләргә булыша, юл төҙөтә, пай ерҙәрен ҡайтара,һәм башҡа халыҡты борсоған социаль мәсьәләләр уртаһында ҡайнай.

Тик ошондай “ҡыҙыу” яңылыҡтарҙы милли телдә ҡарай алыусылар һаны кәмеүе мөмкин. Яңы йылдан Рәсәйҙә һанлы тапшырыуға күсеү башлана. Заманса форматтағы телевидение ике мультиплекстан тора. Икеһендә унар федераль канал. Улар араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы юҡ.

Әле беҙҙең каналды өс юл менән ҡарарға мөмкин. Аналог, Юлдаш һәм кабель аша. Ә киләсәктә телеканал яҙмышы - тарелка һәм кабелгә ҡала. Сифатлы формат төбәк һәм муниципаль телеканалдарҙы бушлай ҡарауҙан мәхрүм итә. Әммә кабель барып етмәгән һәм тарелкалы антеннаһы булмаған төпкөл ауылдарҙа халыҡ милли телдә тапшырыуҙар күрә алмаясаҡ.

Республика властары мәсьәләне хәл итеү юлдарын күптән эҙләй. Үҙәктән бер тәҡдим булды- мультиплексҡа ингән ОТР каналына ваҡыт менән өлөшләтә инеү. Әммә федерал каналдың милли телдәге тапшырыуҙарҙы эфирға сығарырға лицензияһы юҡ икән. Был проблемала Башҡортостан яңғыҙы түгел. Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт әҙерләне- 22-се төймә булдырырға!

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: “2018 йыл ошо маҡсатлы программа менән бөттө, әммә төбәк телевидениеһы өсөн мультиплекс булдырылманы. Бының өҫтөндә эшләргә кәрәк”.

Регион телеканалдарының әһәмиәте ил кимәлендә билдәләнеп бара.Был ауыр статуэткалар еңел хеҙмәт өсөн тапшырылмай...

Цифралы телевидениеға күсергә кәрәклеге тураһында һүҙ Рәсәйҙә 2010 йылдан бирле ҡуйыртыла. Мультиплекстың береһе төбәк каналдары өсөн тәғәйенләнергә тейеш ине. Регионда алты канал булһа. Тап шул ваҡытта "Тамыр" үҙ аллы балалар каналы булып формалашты. Йәш быуынды башҡорт телендә тәрбиәләүгә, үҫтереүгә ҡоролған һәм кадрҙар үҙәге булып торған балалар телеканалы йылды тағы ла ҙур еңеүҙәр менән оҙата.

Тап ошо хаҡта президент Владимир Путин 20 декабрҙә уҙған матбуғат кәңәшмәһендә лә телгә алды. Тәүҙә 2019 йылдың ғинуарында уҡ аналогтан арынырға ҡарар булһа, ул тағы ярты йылға оҙайтылды. “Һанлы эксперимент” Тверь өлкәһендә башланған. Ил башлығы төбәктәрҙә яңыса форматҡа яйлап күсергә ҡушты.

Һанлы телевидение телевизор ҡараусылар һанын кәметмәй икән, үҙ телебеҙҙә тапшырыуҙар эшләү, мохтаждарға бергәләп ярҙам итеү мөмкинлеге була....

Яңы йылға нимә бүләк итергә белмәйһегеҙ икән, ошондай приставка алырға мөмкин. Бер мең һум тирәһе торған ҡоролма иҫке телевизорҙарға кәрәк буласаҡ. Яңыларында ул бар. Каналдарҙы бушлай һанлы форматта ҡарау өсөн. Теүәл һәм асыҡ күрһәтәсәк. Ә милли каналдар яҙмышы әлегә Яңы йыл төнө һымаҡ. Өмөтләнергә һәм мөғжизәгә ышанырға ҡала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә йәшәүсе ете йәшлек Арина һәр кескәй бала кеүек Яңы йылдан мөғжизә көтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA