Спорт өлкәһендә үтеп барған йыл һис шикһеҙ футбол менән иҫтә ҡаласаҡ

Спорт өлкәһендә үтеп барған йыл һис шикһеҙ футбол менән иҫтә ҡаласаҡ https://bash.news/news/87326_sport_lkend_tep_baran_jyl_is_shike_futbol_menn_it_alasa
31 дек 2018, 01:31

Рәсәйҙә үткән мундиаль тарихта иң күләмлеһе тип табылды. Футбол буйынса донъя чемпионатын барып ҡараусылар һаны менән рекорд та ҡуйылған, хатта. Бөтә донъялағы туринир тамашасылары өс миллиард ярымдан да ашып киткән. Йәғни, ер шарындағы кешеләрҙең яртыһы телевизорҙан булһынмы, стадиондарҙамы чемпионатты ҡараған. Һәм бына һорау тыуа. Беҙ нишләп шул иҫәптә була алманыҡ һуң, Рәсәйҙә йәшәп тә?

Беренсенән, беҙҙең килем менән туп типкәндәрен дә ҡарап булмай. Сөнки билеттар ете йөҙ меңгә тиклем етте. Сит ил көйәрмәндәре өсөн был аҡсалар ҙур түгелдер ҙә , әммә беҙҙең өсөн ул бер фатир тиерлек. Әйткәндәй , чемпионат үткән стадиондар эргәһендә фатиры булғандар ҙа байып ҡалды. Бер бүлмәне көнөнә утыҙ, хатта илле меңгә ҡартымға биреүселәр ҙә булды. Әйткәндәй, Рәсәй был чемпионаттан 850 миллард һум килем алды. Икенсенән, беҙҙең үҙебеҙҙә лә Европа кимәлендә чипионат үтте. “Өфө” футбол конадаһы бер нисә матч балһа ла Евролигала уйнап алды. Баш ҡала халҡы, көйәрмәндәр өсөн был ҙур байрамға әйләнде, әммә оҙаҡҡа түгел.

2018 йыл спорт донъяһында мөһим ярыштарға бай булды. 14 июндән 15 июлгәсә Рәсәйҙә Футбол буйынса донъя чемпионаты үтте. Беҙҙең команда, хужалар булараҡ, был турнирға туранан-тура эләкте һәм уңышлы уйнаны. Хатта 8-се урын беренсе урындай булып тойолдо, сөнки быға тиклем Рәсәйҙә футбол юҡ тигән фекерҙәр бар ине. Ил командаһы был һүҙҙәр ялған икәнен иҫбатап көйәрмәндәрен ихлас ҡыуандырҙы. Беренселекте француздар яуланы.

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бер ай эсендә футбол матчтары уҙған ҡалаларҙа биш миллион тирәһе турист теркәлде, уның 2,9 миллионы - сит илдән.

“Өфө” футболында ла иҫтәлекле уйындар күп булды. Республика командаһы былтырғы миҙгел йомғаҡтары буйынса Европа лигаһына сыҡты. Тәүге раундта ике осрашыу һөҙөмтәһендә беҙҙекеләр Словения командаһын еңде.

Пхенчханда үткән Олимпия уйындарында Башҡортостандан биш спортсы сығыш яһаны. Кристина Спиридонованан тыш биатлонсы Антон Бабиков, ике төр алыштан Эрнест Яхин, хоккейсы Ольга Сосина һәм шорт-тректа Семен Елистратов. һуңғыһы Рәсәй йыйылма командаһының иҫәбенә тәүге миҙал алып килде. Спортсы мең ярым метрға уҙышта өсөнсө урын яуланы. Рәсәйҙең дөйөм иҫәбенә килгәндә, илебеҙ спортсылары барлығы ике алтын миҙал алыуға өлгәште. Уның береһе фигуралы шыуыу Алина Заһитовала, икенсеһе хоккейсыларыбыҙҙа.

Төбәк спортына килгәндә иҫтәлекле ваҡиғалар байтаҡ булды тип әйтергә кәрәк. Күптән түгел Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары тамамланды. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса илдең йыйылма командаһы - 41, ҡытай спортсылары 31 миҙал яуланы. Баш ҡалалабыҙҙа 200 самаһы спортсы биш төрлө бәйгелә көс һанашты: хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу, саңғы һәм сноуборд ярыштары.

Өфөнөң ғорурлығы - “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы уйынсылары ил йыйылма командаһы составында Дүрт милләт турнирында ҡатнашты. Рәсәй командаһы бөтә өс матчта ла еңеү яуланы. Чехия, Германия, Швейцария вәкилдәрен ҡыйраттылар. Командабыҙ составында “Ағиҙел”дән Анна Пругова, Мария Баталова, Анна Шибанова, Ольга Сосина сығыш яһаны. Әйткәндәй, уларҙың һәр береһе тиерлек турнирҙа үҙ позицияһында иң яҡшыһы булды.

Әлбиттә, республика спортының йөҙөк ҡашы "Салауат Юлаев" командаһы уйындарын иҫкә алмау мөмкин түгел.

Күптәрҙең яратҡан хоккей командаһы өсөн был йыл еңелдән булманы. Апрель айында команданың яңы баш тренеры итеп Николай Цулыгин тәғәйенләнеүгә ҡарамаҫтан, миҙгелде уңышлы тамамлап булманы. Яҡташтарыбыҙ тотороҡһоҙ уйнайы. Юлаевсылар йә еңә, йә еңелә. Һөҙөмтәлә команда ҡиммәтле мәрәйҙәрҙе юғалтып турнир таблицаһында артҡа тәгәрәне.

Хоккейҙа команда артыҡ ҡыуандырмаһа ла, матчтарҙың милли телдә күрһәтелә башлауын көйәрмәндәр шатланып ҡабул итте. Сентябрҙә “Ҡурай” телеканалында матчтар тәүге тапҡыр тура эфирҙа башҡортса алып барыла башланы. Спорт комментаторҙары итеп Фәрүәз Рафиҡов һәм Рәмил Урманшин һайланды.

Сәләмәт тормош алып барыу заманабыҙҙың иң модалы шөғөлдәренең береһе. Яңы көндө күтәренке кәйеф менән башлап сәләмәт тормош алып барыу өсөн олимпия үрҙәрен яулау кәрәкмәй. Спорт һәр саҡ беҙҙең менән , хәрәкәт итергә теләк кенә булһын.

Автор: Флорида Ким.

Спорт өлкәһендә үтеп барған йыл һис шикһеҙ футбол менән иҫтә ҡаласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа