Яңы йылға аяҡ баҫҡан сихри мәлдә һәр ҡайһыбыҙ мөғжизәгә ышана

Яңы йылға аяҡ баҫҡан сихри мәлдә һәр ҡайһыбыҙ мөғжизәгә ышана https://bash.news/news/87327_yay_jyla_aya_baan_sixri_mld_r_ajyby_mzhizg_yshana
31 дек 2018, 01:36

Яңы йыл үҙенсәлектәрен төҫмөрләргә теләп кемдер йондоҙнәмәләргә мөрәжәғәт итә, ысын тормош шарттарын иҫәпкә алғандар йәмғиәт фәндәрен өйрәнеүселәр фараздарын тыңлай. Шулай итеп, Көнсығыш календары буйынса алдағы 2019 йыл Һары ҡабан йылы тип иҫәпләнә. Был йыл шулай уҡ боронғо календарға ярашлы 12 йылдан торған сираттағы ваҡыт берәмеген тамамлауы менән дә үҙенсәлекле.

Йыл хужаһының әрһеҙ һәм талымһыҙ хайуан булыуын иҫәпкә алып, киләсәкте юрарға яратыусылар 2019 йылда тормоштоң һәр өлкәһендә ыңғай күренештәр өҫтөнлөк итәсәк тип фаразлап ҡуйҙы ла инде. Уңыш, айырыуса ошо йылда тыуғандарға йылмая тигән ҡараш та бар. Әммә ҡабандар, йәғни киләһе йыл геройҙары, киреһенсә, уңышты үҙ ҡулдарың менән яуларға кәрәк тигән фекерҙә.

Билдәле балалар шағирәһе Әлфиә Әсәҙуллина киләһе йылда сираттағы мөсәлен тултырырға йыйына. Ғаиләлә Яңы йыл шыршыһын бергәләп биҙәү балалар бәләкәй саҡта уҡ күркәм йолаға әүерелгән. Динара менән Салауат әле лә йорттарына ҡупшы шыршы ингән мөғжизәле мәлде шатланып көтөп ала. Әсә кеше, үҙе кеүек, балаларын да һәр йылды яҡты өмөттәр, матур хыялдар менән ҡаршы алырға өйрәткән.

Әлфиә Әсәҙуллина, шағирә, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире: “Яңы йылға һәр кем изге теләктәр менән аяҡ баҫа. Беҙ ҙә тик бәхеттәр, шатлыҡтар көтәбеҙ”.

Әлфиә Нәзип ҡыҙы балалар һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәләгән китап авторы. Үҙенең йылын да әҙибә йәнә илһам тулҡындарында ҡаршылай һәм юбилей уңайынан яңы китап сығарыу хыялы менән янып йәшәй. Йыл хужаһының ҡөҙрәтенә ышанһа ла, Әлфиә ханым ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел.

Нескә күңелле шағирәнән айырмалы, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов йылдың уңышлығын әлегәсә ирешелгән иҡтисади һәм сәйәси тотороҡлолоҡҡа бәйләй. Башҡортостан халҡы өсөн йылдың төп ваҡиғаһы ла билдәле - сентябрҙә республика төбәк башлығын һайларға йыйына. Әлегә ниндәйҙер һығымталар яһарға иртәрәк булһа ла, сәйәсмән, теүәл бер йылдан ул әйткән һүҙҙәрҙең дөрөҫкә сығасағына икеләнмәй.

Зөфәр Мөхтәр улының йондоҙнәмәләргә лә үҙ ҡарашы. Йондоҙҙар һанарға яратыусыларға ул юмор менән ҡарай.

Билдәле Өфө модельеры, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн стилләштерелгән милли кейемдәр һәм биҙәүестәр авторы Сәймә Хәсәнова ла үҙ бәхетенә үҙе юл яра торғандарҙан. Тап уның башланғысы менән һуңғы йылдарҙа кейем-һалымда милли һыҙаттарҙы үҙ итеүселәр арта. Яңы йылда мода йүнәлештәре, төп төҫтәр һәм уларҙың мәғәнәһен аңлатыуҙы һорап, әлбиттә Сәймә Дамир ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

Зауыҡ менән сәләмәтлек бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Сөнки тик сәләмәт кешенең генә зауыҡлы кейенгеһе, башҡаларға шатлыҡ өләшкеһе, тулы ҡанлы тормош менән йәшәгеһе килә. Хәҙерге заманда аш-һыу оҫталары байрам табындарын да тәмле булһа ла, организм өсөн зыянлы ризыҡтарҙан арындырыу яҡлы.

Азалиә Ғәйфуллина, ресторан хеҙмәткәре: “Яңы йылда өҫтәлдәрегеҙ мул, аштарығыҙ тәмле булһын! Күберәк йәшелсә, емеш еләк ашарға кәңәш итәбеҙ. Ҡабан итенән баш тартығыҙ! Был хайуан күп ашарға яратһа ла, уға оҡшарға тырышмағыҙ. Өҫтәлгә үҙегеҙ яратҡан тәмле, файҙалы ризыҡтар ҡуйығыҙ! Яңы йыл менән дуҫтар!”

Хәйер, был яҙманы әҙерләгәндә беҙ Яңы йыл символының да ашауға бик талапсан булыуын асыҡланыҡ. Ай ярымлыҡ ҡабан балаһы Вита байрам алды көндәрендә "Спутник ФМ" радиоканалы уҙғарған акцияның төп геройына әүерелде. Уйын шарттарына ярашлы, радиотыңлаусылар көн дә хайуандың нисә грамға артыуын билдәләргә тейеш ине. Ойоштороусылар әйтеүенсә, мәсьәлә еңелдән булмаған. Сөнки Витолинаның кәйефенә бәйле, уның ауырлығы берсә артып, берсә кәмеп тора.

Вита үҙенең бөхтәлеге, уйынсыҡтар һәм алма яратыуы менән йәмғиәттә уның тоҡомдаштары тураһында йәшәп килгәй уй-фекерҙәрҙең киреһен иҫбатлай. Йыл хужаһы бөгөндән үк беҙҙе тәрбиәләй башланы түгелме?) Шулаймы, Вита?

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Яңы йылға аяҡ баҫҡан сихри мәлдә һәр ҡайһыбыҙ мөғжизәгә ышана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд